Марат Ғафаров: Ысын матурлыҡты бары тик изге күңелле кеше генә күрә ала.

Марат ағай Ғафаровтың һүрәттәренә элегерәк интернет селтәрҙәрендә тап булғанда, иҫ-аҡылым киткәйне. Оҫта ҡуллы рәссәмға һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Тыуған еремә, Башҡортостанға ҡайтҡас, үҙе менән әңгәмә ҡорорға мөмкинселек тыуыуына ҡыуанысымдың сиге булманы. Марат ағай эске бай донъяһы, ябайлығы, эскерһеҙлеге менән хайран ҡалдырҙы.

Для организаторов мероприятий