Урал Яҡупов: Үҙең булып ҡал!
Владивосток ҡалаһында Японияны өйрәнеү факультетында уҡып йөрөүсе Урал Яҡупов бер нисә тапҡыр Японияла стажировкала булған. Сит илдең телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү егеткә үҙ шәжәрәһен, халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә этәргес биргән.