Лилиә Абдрахманова: «Хыялдарың артынан ҡалма!»

    Америкала йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тураһында күп яҙабыҙ. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙең геройы ла – ошо илдә юриспруденция өлкәһендә эшләүсе Лилиә исемле ҡыҙ. Нилектән бындай һөнәр һайлауы, башлыса инглиз телендәге эштең һәм тормоштоң ҡыйынлыҡтары, Рәсәйҙән АҠШ-ҡа күскәндән һуң тормошонда нимәләр үҙгәреүе – ул беҙгә … Читать далее

    Фаил Илембәтов: «Көлгә күмһәләр, көлөп сығығыҙ, балсыҡҡа батырһалар, балҡып сығығыҙ!»

    Үҙ районымдың егет һәм ҡыҙҙарын айырыуса ниндәйҙер бер ғорурлыҡ, ҡыуаныу хисе менән яҙам. Бөгөнгө мәҡәләм геройы — Башҡортостандың иң «төпкөл» райондарының береһе булып һаналған сал ҡылғанлы дала егете — ябайлығы, ихласлығы менән үҙенә йәлеп итә. ФАИЛ ИЛЕМБӘТОВ Йәше: 24. Йәшәү … Читать далее

    Равиль Итикеев: «Башлағанһың икән, еңеп сыҡ!»

    РАВИЛЬ ИТИКЕЕВ. Йәшәгән урыны: Чехия, Прага. Йәше: 20. Белеме: Vysokб ҡkola chemickotechnologickб v Praze (Прагалағы химия-технология университеты, «Химия һәм нефть-газ технологияһы» һөнәре, 2-се курс). Яратҡан китабы: М. Шолоховтың «Судьба человека». Тормошҡа ҡарашы: «Башлағанһың икән – еңеп сыҡ!».

    «Татыу ғаилә – ил күрке» йәки талантҡа бай Таҡаловтар

    Һуңғы йылдарҙа алдынғы ҡарашлы сағыу шәхестәр генә түгел, ә бөтә яҡтан да уңған, шәп, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр арта бара. Илфат һәм Айгөл Такаловтарҙың ғаиләһе лә бик күптәр өсөн өлгө булып тора. Һәр яҡлап … Читать далее

    Әлиә Әхмәҙиева: Әгәр ҙә хыялланаһың икән, тимәк, хыялыңды ысынбарлыҡ итә алаһың!

    Әлиә Германияла йәшәгән сағында был илде арҡырыһына-буйына иңләп сығыуын әйтте. Ул бер нисә урында эшләп ҡараған. Хәҙер иһә Мюнхенда йәшәй һәм ауыл хужалығы өлкәһендә проект менеджеры вазифаһын үтәй. Башынан аҙағына тиклем проекттар менән идара итеү, хеҙмәткәрҙәргә эш бүлеү, бар бурыстарҙың ваҡытында үтәлеүен тәьмин итеү – … Читать далее

    Гөлнара Ҡаҙаҡбаева: «Балаларыбыҙҙың теле башҡортса асылды. Башҡаса итеү — туған телде кәмһетеү, тип ҡабул итәм»

    Илсур менән беҙ беренсе курста уҡығанда дуҫлаштыҡ. Ул мине үҙенең һеңлеһе урынына күреп ағайҙарса ҡурсалап йөрөттө, һәр ваҡыт ярҙамсым булды. Педагогтар ҙа, тышҡы ҡиәфәтебеҙ оҡшаш булғанғамы икән, беҙҙе туғандар тип уйлап, йыш ҡына бейеү һәм актер оҫталығы дәрестәрендә парлап ҡуя … Читать далее

    Билдәле сәйәсмән, танылған табип һәм меценат, йәки Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваның уңыш серҙәре…

    Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, беҙҙең аудиторияның күпселек өлөшөн алдынғы ҡа­рашлы, белемле йәштәр тәшкил итә. Уларға тәү сиратта һеҙҙең уңыш ҡаҙаныу тарихын ишетеү ҡыҙыҡлы булыр ине.  Сығышым менән Күгәр­сен районының Түкәт ауылынанмын. Минең бала сағым башҡаларҙыҡына оҡшамаған – бер юлы ике ғаиләлә … Читать далее

      Радмир Муфтахин: «Башҡорт халыҡ көйҙәре башҡа ҡитғаларҙа ла яңғыраһын!»

        Радмир Маймонида исемендәге Дәүләт Классик Академияһында уҡыған сағында уҡ халыҡ-ара бәйге һәм фестивалдәрҙә башҡорт халыҡ көйҙәрен акустик гитарала уйнау менән призлы урындар яулай. “Халыҡ көйҙәрен беҙ үҙебеҙ беләбеҙ, яратабыҙ, ләкин уны бит башҡаларға ла ишеттерер кәрәк. Классик музыка профессионалдарына … Читать далее

      Гөлназ Йосопова: Бәхет – ул үҙеңде тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә тулыһынса асыу.

      Бөгөнгө мәҡәләбеҙ үҙенең ғаиләһе менән Германияла донъя көтөүсе башҡорт ҡыҙы Гөлназ тураһында. Ул эшләй һәм үҙенең яратҡан шөғөлө – ҡыйбатлы металлдарҙан биҙәүестәр эшләргә лә ваҡыт таба. “Һылыуҡай” республика гүзәллек конкурсында 2006 йылда ҡатнашып, 2-се урын яулағайны. “Мин башҡортмон һәм был … Читать далее

      Марат Ғафаров: Ысын матурлыҡты бары тик изге күңелле кеше генә күрә ала.

      Марат ағай Ғафаровтың һүрәттәренә элегерәк интернет селтәрҙәрендә тап булғанда, иҫ-аҡылым киткәйне. Оҫта ҡуллы рәссәмға һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Тыуған еремә, Башҡортостанға ҡайтҡас, үҙе менән әңгәмә ҡорорға мөмкинселек тыуыуына ҡыуанысымдың сиге булманы. Марат ағай эске бай донъяһы, ябайлығы, эскерһеҙлеге менән хайран ҡалдырҙы.