Марат Ғафаров: Ысын матурлыҡты бары тик изге күңелле кеше генә күрә ала.

Марат ағай Ғафаровтың һүрәттәренә элегерәк интернет селтәрҙәрендә тап булғанда, иҫ-аҡылым киткәйне. Оҫта ҡуллы рәссәмға һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын.
Тыуған еремә, Башҡортостанға ҡайтҡас, үҙе менән әңгәмә ҡорорға мөмкинселек тыуыуына ҡыуанысымдың сиге булманы. Марат ағай эске бай донъяһы, ябайлығы, эскерһеҙлеге менән хайран ҡалдырҙы.HzrxNrPVSfMИсем-шәрифе: Ғафаров Марат Алсынбай улы.
Йәше: 52.
Тыуған ере: Башҡортостан, Баймаҡ районы, Темәс ауылы.

Марат ағай, үҙегеҙҙе ижади яҡтан ҡасаныраҡ астығыҙ?
— Нәҫелдән килгән талант, миңә тапшырылған оло бүләк тип һанайым мин үҙемдең ижадымды. Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яраттым. Иҫемдә, әле балалар баҡсаһына ғына йөрөгән ваҡытым. Әсәй мәктәптә уҡытыусы булып эшләй ине. Баҡсанан ҡасып, әсәйемә эшкә киттем. Балалар ҡыҙыҡ күреп, таҡта янына ултырғысҡа баҫтырҙылар ҙа, ҡулыма аҡбур тоттороп:-«Төшөр!»-тинеләр (көлә).
Интернет селтәрендә һеҙҙең картиналарығыҙ, ғөмүмән, иҙәнгә төшөрөлгән 3D форматындағы һүрәттәр популярлыҡ яулаған. Селтәргә үҙегеҙ һалырға тәүәкәлләнегеҙме, әллә кемдер «ярҙам иттеме»?
— Осраҡлы ғына килеп сыҡты был хәл. Ҡустым иҙәнен биҙәп бирергә һорағайны, бер көн йөрөнөм уйлап, икенсе көн улай һыҙып, былай һыҙып, 1 аҙна эсендә килтереп сығарҙым 3D форматындағы картинаны. Әле эшләп тә бөтмәгән саҡта кемдер төшөрөп «Бәйләнеш»кә һалған. Шулай таралып китте инде. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Меңәрләгән кеше һоҡланыуын белдерерҙәр тип һис тә уйламаным. Минең өсөн ул көтөлмәгән хәл булды.

MfX2yG5qQxs
Үҙегеҙ өсөн картиналарығыҙҙы йыяһығыҙмы?
— Итекһеҙ итексе кеүек, минең дә үҙемдә картиналарым юҡ. Төшөрөп, быныһы мотлаҡ үҙемә тиһәм дә, барыбер кемдер ҙә булһа ла алып китә (йылмая). Картиналарым шуға ла мы икән бөтә Рәсәй буйынса таралған. Күбеһе Салехард, Калининград, Өфө, Магнитогорск ҡалаларында. Бөтәһендә бергә йыйһаң, моғайын тулы бер музей булыр, ахыры. Киләсәктә, йыйып, күргәҙмә яһарға уй бар, әлбиттә.
Нисә йыл профессионал картиналар төшөрәһегеҙ һәм һеҙ рәссәм булырға уҡынығыҙмы?
— 30 йылдан ашыу төшөрәм. Профессияма килгәндә иһә, мин авиация буйынса механик.
Заказдарығыҙ күптер инде, нисек өлгөрәһегеҙ? Һәм һеҙҙең өсөн ижад нимә ул?
— Заказдар күп, әммә мин үҙемдең ижадымды аҡса сығанығына әйләндермәнем, шуның өсөн күңелемә ятҡан ғына эшкә тотонам. Ижадымдан мин иң беренсе күңел тыныслығы, ләззәт алам. Һүрәттәремде лә уйлап төшөрәм, күсереп төшөргәнем юҡ. Минең өсөн ижадым — бөтә тормошом.

LjpbK58VEdU
Ғаиләгеҙ тураһында бер-ике һүҙ әйтеп үтһәгеҙ.
— Ҡатыным менән бер ул үҫтерҙек. Ейәнсәрем бар. Тап ошо ғаиләм ижадымдың илһамы булып тора ла инде.
Белеүемсә, сит илдән дә һеҙгә бик күп яҙалар.
— Социаль сайттарҙан табып яҙыусылар күп, әйе. АҠШ, Великобритания, Германия, Канада, Ғәрәп эмираттарына саҡырыуҙар бар. Алла бойорһа,  Катар республикаһының баш ҡалаһы Дохаға барырға нийәт бар. Кемгә икәнен әлегә сер булып ҡалһын.

Тормош девизығыҙ?
— Үҙемдән һуң ниндәйҙер булһа ла эҙ ҡалдырыу. Ғүмеремде заяға уткәрмәҫкә. Кешеләргә матурлыҡты еткереуҙе үҙем өсөн бурыс итеп тоям. Матурлыҡтың сиктәре юҡ. Был донъяла барыһын да һатып алып була, әммә ысын матурлыҡты бары тик изге күңелле кеше генә күрә ала.
Беҙҙең уҡыусыларыбыҙға, йәш быуынға теләктәрегеҙ?
— Уҡығыҙ. Әммә диплом өсөн түгел, үҙегеҙ өсөн, күңелегеҙгә ятҡан һөнәргә. Үҙегеҙҙе табыу мотлаҡ, сөнки шунда ғына бәхетле буласаҡһығыҙ. Барлыҡ теләктәрегеҙгә ирешегеҙ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һындырырға бирмәгеҙ.
Марат ағай, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! 
Әңгәмә урыны: Баймаҡ ҡалаһы, Килдебаевтар йорто.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.