Миләүшә Сарьянова-Ларгаша: Үҙем ситтә йәшәһәм дә, күңелем — тыуған илемдә.

Бразилияла үткән футбол буйынса донъя чемпионатын бөтәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Рәсәй йыйылма командаһының голдарына ҡыуандыҡ, улар артабан үтә алмағас, матур футбол менән һоҡланыуҙы дауам иттек. Беҙгә тарихҡа инәсәк матчтарҙы күреү бәхете тейҙе! Шул осорҙа миңә бөйөк матчтарҙы үҙ күҙе менән күргән, Бразилияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Миләүшә Сарьянова менән аралашып, һорауҙарымды биреү мөмкинселеге булды. Уның үҙе һәм ғаиләһе, Бразилиялағы тормошо тураһындағы эскерһеҙ, ысын күңелдән бирелгән яуаптарын хөрмәтле гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.

GG--9o4sjdsМИЛӘҮШӘ САРЬЯНОВА

Йәшәү урыны: Сан-Паулу, Бразилия.
Тыуған ере: Ишембай ҡалаһы.
Йәше: 29 йәш.
Белеме: Өфө дәүләт нефть техник университеты (инженер).
Яратҡан китаптары: Таңсулпан Ғарипова “Бөйрәкәй”. Был китапты яңыраҡ олатайымдан бүләккә алып, иҫем китеп уҡыны. Минеңсә, был китап — бөтә донъя кимәлендә танылыу яулап, күп телдәргә тәржемә ителерлек бөйөк әҫәр. Тормошҡа, башҡорт ҡатын-ҡыҙына гимн.
Ял өсөн иң яҡшы урын: мин әле булмаған яңы урын.
Девиз: Бәләкәй Джон Леннондан мәктәптә уҡыған сағында “Кем булырға теләйһең?” тигән һорауға “Бәхетле булырға” тип яуап ҡайтарыуы тураһындағы тарихты яратып иҫкә алам. Тормоштоң төрлө саҡтарында үҙемә: «Һин мәсъәләне аңламаның» тип әйтәм дә, һуңынан үҙ-үҙемә яуап ҡайтарам: «Һеҙ тормошто аңламанығыҙ».

 

Миләүшә, үҙегеҙҙең әлеге ваҡыттағы эшмәкәрлегегеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле, зинһар. Нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? Сан-Паулула ҡасандан бирле йәшәйһегеҙ?
Сан-Паулула 2010 йылдың мартынан йәшәйем. 3 йыл буйы Wall Street English исемле инглиз мәктәптәренең бер үҙәгендә уҡыу эштәре буйынса координатор булып эшләнем. Был уҡыу үҙәге бөтә донъя буйлап бик ныҡ таралған, әйткәндәй, уның хатта Мәскәүҙә лә бүлектәре бар. Эшемде бигерәк ныҡ ярата инем, етәкселек итеү һәм ойоштороу эштәренән башҡа уҡыта ла инем. Бик күп тренингтар, яңы кешеләр, яңы ситуациялар – ыңғай һәм кире – барыһы ла бик ҡыҙыҡ булды. Минең унда йыйған тәжрибәмде һанап та бөтөп булмай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштән китергә мәжбүр булдым, сөнки Бразилияла декрет ялы баланың 4 айына тиклем генә, ә миңә 6 ай бирһәләр ҙә етмәне. Эшкә сыҡҡайным, ҡыҙымдың үҫкәнен яҡшылап күрә алмай, йөрәгем әрнене. Шул саҡта беҙ тормош иптәшем менән әлеге ваҡытта иң яҡшыһы – миңә ҡыҙым менән өйҙә ултырыу, тигән ҡарарға килдек.

Һеҙҙең Бразилиянан тәүге тәьҫораттарығыҙ ниндәй булды?
Бразилияға мин тура Канаданан килеп еттем. Уйлап ҡараһаң, шундай алға киткән илдән килеп, мин аптырарға тейеш инем. Ә ысынында мин яҡшы яҡтан аптыраным. Был илгә, уның климатына, һәр саҡ йылмайып йөрөгән кешеләренә, туҡтамаҫ байрамдарына һәм һәр аҙымдағы яҡшы кәйефкә, тәбиғәткә мин ғашиҡ булдым. Ә мин йәшәгән Сан-Паулу штаты башҡаларына ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән. Бында һуҡырҙар һәм зәғифтәр өсөн махсус юлдар һәм төрлө ерҙә коляскалар бар, шулай уҡ парктар, аҙыҡ-түлектең төрлөлөгө күп.

pzCMImcUO1o

Миләүшә, сит илдә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы осратырға тура килә? Уларҙы нисек үтәһегеҙ?
Ауырлыҡтар, әлбиттә булды, бәлки күп тә булғандыр. Тик улар яйлап онотола, сөнки мин яйлап бында өйрәнеп киттем. Тәү сиратта, телде белмәү ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Көнө-төнө бразиль сериалдарын субтитрҙар менән ҡараным, иптәшем һәр саҡ тәржемә итеште, һуңынан эшләй башланым, шулай итеп яйлап өйрәндем. Сит телдә аңларға һәм һөйләшеп китергә барыһы алты ай тирәһе китте.

Тағы ла ҙур һәм баш әйләндергеслек Сан-Паулула машина йөрөтөргә ҡурҡа торғайным, быйыл ғына ҡурҡмай башланым, ҡалаға өйрәндем.

Ситтә йәшәй башлағас эске күңелегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр булдымы?
Тыуғандарым менән булған һәр минуттың ҡәҙерен белә башланым. Тыуған илемә ҡайтҡанда ғына, моғайын, минең һәр минутым төрлө ваҡиғаларға бай булып, тулыһынса йәшәлеп үтә.

Сит ил халҡы һеҙгә ниндәй ҡарашта?
Рәсәйҙән бында халыҡ әҙ, шуға миңә, һирәк осраған кешегә, иғтибар итәләр. Үҙемде әллә кем итеп хис итәм. Бында ситтән килгән халыҡтар бик күп һәм төп халыҡ барыһына ла яҡшы мөнәсәбәттә. Тәүге ике йылда миңә бик күп һорауҙар бирә торғайнылар, бигерәк тә: «Һиңә беҙҙең илебеҙ оҡшаймы?», — тип. Йыш бирелгән бер үк һорауҙарға яуап биреү ялҡытҡас, иптәшем хатта уларҙы ҡағыҙға яҙып ҡуйырға кәңәш иткәйне. Тик ваҡыт үтеү менән мин «үҙ» кеше булып киттем, акцентым да көньяҡтағыса булып китте (Бразилияның көньяғында күбеһенсә немецтарҙың колониялары, унда португал теленең үҙенсәлекле акценты барлыҡҡа килгән).

2HAw_9s_IgU

Бразилия халҡы Рәсәй халҡынан нимәһе менән айырыла?
Уларға итальян, португал, африка, немец, япон һәм  башҡа халыҡтарҙан нимәлер килгән. Улар һәр саҡ күтәренке күңелдә һәм байрам кәйефендә! Туҡтауһыҙ йылмаялар, ныҡ ҡысҡырып һәм күп итеп һөйләшәләр.

Бразилияла йәшәү кимәле ниндәй?
Бразилия – ҙурлығы буйынса 5-се урында тора, шуға бөтә ил тураһында әйтеүе ҡыйын. Рио-де-Жанейро, Сан-Паулу штаттары яҡшы үҫешкән. Юлдар, ресторандар, ял һәм һатыу үҙәктәре, шәхси мәктәптәр һәм дауаханалар – барыһы ла юғары кимәлдә. Әгәр ҙә илдең үҙәгенә йәки төньяҡҡараҡ барһаҡ, күренеш үҙгәрә. Унда юлдар, дәүләт мәктәптәре һәм дауаханаларының сифаты насар. Шуға күрә һуңғы ваҡытты унда халыҡ урамға сығып хоҡуҡтарын яҡлай башланы. Минең уйлауымса, уларҙа киләсәктә барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк, сөнки  халыҡ йоҡламай.

Миләүшә, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уңыш ҡаҙаныу өсөн диплом алыу мөһимме?
Эйе, минеңсә бик мөһим. Бигерәк тә уҡыу процессы файҙалы. Ниндәй булһа ла уҡыу кешене тәртипкә өйрәтә. Һуңынан уҡығандың күбеһе онотолһа ла, беҙ барыбер яҡшы нәмәләрҙе күңелдә һаҡлап ҡалдырабыҙ.

Яҡындарығыҙҙы, тыуғандарығыҙҙы, Рәсәйҙе, тыуған йортоғоҙҙо һағынаһығыҙмы?
Тыуғандарымды, әсә-атайымды, олатай-өләсәйҙәремде бигерәк ныҡ һағынам. Шулай уҡ үҙемдең тыуған  ерем Башҡортостанды, Өфөнө һағынам.

Башҡортостанда йыш булаһығыҙмы?
Үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым, сөнки һуңғы ваҡытта йыш осоп килеп торҙом, хатта ярты йыл да үтеп өлгөрмәне. Ата-әсәйемдәр килеп ҡайттылар, ҡыҙым тыуғас әсәйем 2 ай эргәмдә булды. Быйыл ғинуарҙа Башҡортостанға килеп 2 ай булдым. Шул саҡта бер ҡайҙа ла китмәй, һаман да шунда йәшәгән һымаҡ тойҙом үҙемде. Киләсәктә лә шундай мөмкинселектәр булыр тип өмөтләнәм, сөнки айырылышыу ғазаптары бигерәк ауыр.

Тормош иптәшегеҙҙең Башҡортостандан тәъҫораттары нисек?
Иптәшем тәүге тапҡыр Мәскәүгә 2009 йылда килгәндә ныҡ аптыраған ине. Ноябрь айының ямғырлы һауа торошо, бысраҡ урамдар, кешеләрҙең кәйефһеҙ йөҙҙәре, ҡаты һүҙҙәренән ул «шок» хәлендә ҡалған ине. Баш ҡала булһа ла банк карточкаһы менән түләргә теләү үҙе бер ҡаңғырышҡа әйләнгәйне. Башҡортостанға килгәйнек, барыһы ла яйға һалынды. Минең әсәйем һәм дуҫтарым уны яҡшы итеп ҡаршы алдылар, ныҡ ҙур түгел Өфө, бигерәк тә Салауат Юлаев майҙаны яны уны әсир итте. Ә быйыл иптәшем һәм уның ата-әсәһе тағы ла бер тапҡыр Мәскәүгә килеп, уның һуңғы йылдарҙа тик яҡшы яҡҡа ныҡ үҙгәргәненә бик аптырап ҡайттылар.

Миләүшә, һеҙ ниндәй телдәрҙе беләһегеҙ?
Инглиз һәм португал телендә иркен аралашам.

6EVYkWcxRjQ

Ҡыҙығыҙ менән ниндәй телдә аралашаһығыҙ?
Бер йәшлек Йәсмин ҡыҙым әлегә беҙ аңламаған, үҙе генә белгән телдә һөйләшә. Иптәшем уның менән португал телендә, ә мин мотлаҡ башҡортса һәм русса өндәшәм. Ул бик яҡшы аңлай.

Тел һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сит яҡтарҙа һаҡлап буламы? Улар онотолмаймы? Сит илдә мәҙәни яҡтан нимә етмәй?
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы бер саҡта күңелемде күтәрергә минең телдә һөйләшкән кеше етмәй. Музыкаға, киноға килгәндә, һәр саҡ Интернет селтәре ярҙам итә. Иң нығы – рәхәтләнеп ултырып башҡортса сәй эсеү етмәй. Киске аштан һуң бөтә ғаилә менән ултырып, яйлап, һөйләшә-һөйләшә сәй эсеүҙәр…

Миләүшә, һеҙҙең тамырҙарығыҙ ҡайһы яҡтан?
Мин үҙем Ишембай ҡалаһында тыуҙым, әсәйем дә шул яҡтарҙан. Атайым сығышы менән Саҡмағош районынан.

Һеҙ үрнәк алған кешеләр бармы?
Минең үрнәк алған кешеләрем бик күп – әсәйем һәм атайым, олатайым, ағайым, дуҫтарым, таныштарым, ҡайһы бер күренекле кешеләр. Әммә мин бер ҡасан да уларҙың юлы буйлап үткем килмәне. Мин, донъялағы һәр кеше кеүек, берәүгә лә оҡшамағанмын. Шуға күрә минең юлым да берәүҙекенә лә оҡшамаған.

Ниндәй маҡсаттар ҡуйғанһығыҙ?
Маҡсаттарым бик күп. Шуларҙың береһе – минең балаларым үҙ телдәрен, тамырҙары ҡайҙан икәнен белеп, ғорурланып үҫеүҙәрен теләйем.

Миләүшәнең тарихы ҡыйыулыҡ һәм тырышлыҡ ярҙамында күп нәмәгә ирешеп була, быға хатта телде белмәү һәм сит илдә йәшәү ҙә ҡамасауламағанын тағы ла бер ҡат иҫбатлай. Миләүшәгә һәм уның ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, хыял-маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйем!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.