Ринат Биктуғанов: Уҡы, ҡыбырла, тормошҡа ҡыуан!

    Әлеге көндә Норвегияла йәшәүсе Ринатты күптән беләм. Ул һәр саҡ асыҡ йөҙлө, мөләйем, изге күңелле егет. Ринат тырыш һәм маҡсатына ирешеүсән, бер урында тик тормай — эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә, белемен һәр саҡ камиллаштырып тора. Беҙҙең геройыбыҙ үҙенең киләсәген дә яҡшы күҙаллап, уға табан ҡыйыу аҙымдар менән бара. Тиҙҙән Ринат тормошонда тағы ла бер мөһим аҙым яһаясаҡ – иртәгә, 16 август, һөйгәне Лилиә менән законлы никах көндәре. Шундай тулҡынландырғыс мәл алдынан Ринат беҙгә Норвегиялағы тормошо, хыялдары тураһында һөйләне, сит илдә уҡырға йәки стажировкаға барырға теләүселәргә кәңәштәрен бирҙе.

     

    vWgB7wrAUr4

    РИНАТ БИКТУҒАНОВ

    Йәшәгән урыны: Конгсберг ҡалаһы, Норвегия.
    Тыуған урыны: Ҡырмыҫҡалы районы, Сәхәй ауылы.
    Йәше: 23 йәш.
    Белеме: Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты, бакалавр; Кюменлааксо өҫтәмә фәндәр университеты (Университет прикладных наук Кюменлааксо), Финляндия, бакалавр; әлеге көндә Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты магистратураһы студенты.
    Яратҡан китабы: «Граф Монте-Кристо», Александр Дюма.
    Ял өсөн иң яҡшы урын: Ҡырмыҫҡалы райо­ны, Сәхәй ауылы.
    Тормош ҡағиҙәһе: «Уҡы, ҡыбырла, тормош­ҡа ҡыуан!»

     

     

    Ринат, һин әлеге ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһең?
    Стажировка утәм – Норвегияла инженер-конструктор булып эшләп йөрөйөм. Шул уҡ ваҡытта Санкт-Петербург дәүләт политехник  университеты магистратураһының 2-се курсында белем алам.

    Норвегияла ҡасандан бирле йәшәйһең? Ни өсөн унда барырға булдың?

    Норвегияла 2014 йылдың февраленән бирлемен. Сит илгә күсеүемдең сәбәбе – Норвегия-Америка нефть-газ компанияһының Санкт-Петербургтағы филиалына эшкә төшөп, был компанияның мине Норвегияға бер йыллыҡ стажировкаға ебәреүе.

    Норвегиянан беренсе тәъҫораттырың ниндәй ине?
    Бында бигерәк ныҡ тыныс һәм матур.

    Сит илдә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә? Һин нисек уларҙы еңеп сығаһың?

    Бында бер ерҙә лә ҡарабойҙай таба алмайым һәм рәхәтләнеп тәмле аш ашап булмай. Ә саҡ ҡына  етдирәк булғанда – ул норвеж теле менән ҡыйынлыҡтар, сөнки өлкәндәрҙең күбеһе бында инглиз телендә һөйләшергә теләмәй. Йыш ҡына магазиндың кассаһында инглизсә һораһаң да улар үҙ телендә яуап ҡайтаралар. Яйлап шулай итеп норвеж телен дә өйрәнеп киләм.Ximu0n6MNtg

    Сит илгә сығып киткәс эске күңелеңдә нимәләр үҙгәрҙе?
    Ниндәйҙер ҡәтғи үҙгәрештәр булманы. Бәлки мин быға тиклем Европаның икенсе ҡалаларында оҙаҡ ваҡыт ҡына йәшәп алғанғалыр. Бында мин үҙемде тынысыраҡ һәм уңайлыраҡ тоям.

    Ринат, Норвегиялағы йәшәү кимәле тураһында әҙерәк һөйләп китһәңсе.

    Норвегия — 5 млн халҡы булған бәләкәй ил. Йәшәү кимәле буйынса иң яҡшы ҡалалар исемлегенә ине, бәлки беренсе урында тора тип тә әйтергә мөмкин. Уртаса эш хаҡы – 5 000 евро, уның өстән бер өлөшө һалым булып китә. Һалымдар бында юғары һәм прогрессив рәүештә һанала. Әгәр ҙә кеше 10 000 евронан ашыу килем ала икән, тимәк шуның 55%-ын һалым итеп түләргә тура киләсәк. Юридик берәмеккә һалынған иң юғары һалымдың кимәле — 80%. Һалым ни тиклем юғары булмаһын, уны түләргә йәл түгел, сөнки бында ул барыбер яҡшы медицина, мәғариф, юлдар йөҙөндә халыҡҡа кире ҡайта. Бында халыҡ ҡатламдарға бүленмәй: байҙар ҙа, ярлылар ҙа юҡ, тик урта хәллеләр генә. Һәр ғаиләнең (әгәр ҙә ир ҙә, ҡатын да эшләй икән) өй, автомобиль һатып алырға мөмкинселектәре бар. Ғәҙәттә ике бала тәрбиәләйҙәр. Күптәрҙең ҙур булмаған яхталарымы, кәмәләреме, йәиһә тауҙар араһында йәки фьорд эргәһендә коттедждары бар. Балаларын үҙ аллы итеп, пенсияға сыҡҡас (67 йәштә), бындағы халыҡ Испаниянан торлаҡ һатып алып, ялҡытҡыс көҙгө көндәрҙән шунда барып ял итә.

    Норвегия халҡы рәсәйлеләрҙән, башҡорттарҙан нимәһе менән айырыла?
    Норвеждар бер ҡасан да һинең йөҙөңә ҡарап һинең турала нимә уйлағандарын әйтмәйәсәктәр. Был тормоштоң бөтә өлкәләренә ҡағыла — эштә булһынмы, йәиһә таныштар, дуҫтар йыйлышҡанда ла. Норвегияла декрет ялына ҡатындың түгел, ә ир-егеттең китеүе  ғәҙәти күренеш һанала.
    Ринат, һин донъяның тағы ла ниндәй илдәрендә ниндәй маҡсаттар менән булғаның бар?
    Финляндияла 9 ай буйы икенсе диплом программаһы буйынса уҡыным, АҠШ-та 3 ай булдым, Германияла тел өйрәнеү курсына 10 көнгә барып ҡайттым. Шулай уҡ турист булып Финляндия, Норвегия, Литва, Латвия, Бөйөк Британия, Төркиә, Эстония, Швеция илдәрендә булғаным бар.CYxvzm17pd0

    Һин нисек уйлайһың, уңышҡа өлгәшер өсөн диплом алыу мөһимме?
    Минең фекеремсә, ниндәй булһа ла белем, шул уҡ ваҡытта юғары белем алыу һәр саҡ мөһим, бында тәрән мәғәнә бар. Әммә диплом алыу һәм белем алыу тигән мәғәнәләрҙе бутарға ярамай. Норвегияла эш хаҡы кимәле һинең дипломыңа ҡарап билдәләнә – бакалаврҙыҡымы әллә магистрҙыҡымы.

    Шуға ҡарамаҫтан, бер генә лә бөйөк уңыш тарихы диплом менән бәйләнмәгән, әммә дипломдың булыуы уңышҡа табан юлды ныҡ ҡына ҡыҫҡартыуы мөмкин.

    Ринат, яҡындарыңды, тыуған йортоңдо, илеңде һағынаһыңмы?
    Әлбиттә, бик ныҡ һағынам.
    Башҡортостанға йыш ҡайтып торһыңмы?
    Башҡортостанға йылына өс тапҡырҙан да кәмерәк ҡайтмаҫҡа тырышам.

    Нисек уйлайһың, сит илдә йәшәү өсөн кешелә ниндәй һыҙаттар булырға тейеш? Ниндәйҙер әҙерлек кәрәкме?
    Хәҙерге ваҡытта “толерантлыҡ” тигән төшөнсә популяр булып китте. Минең өсөн ул икенсе халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тормош рәүешен хөрмәт итеп, үҙеңдең мәҙәниәтеңде көсләп ҡыҫтырып, уларҙыҡын этәргесләмәү тигәнде аңлата. Шуға күрә сит илдә ошо төшөнсәне иҫтә тоторға кәрәк тип уйлайым.

    Һин ниндәй телдәрҙе беләһең?
    Башҡорт, татар, урыҫ, инглиз, төрөк телдәрен беләм.
    Ринат, һин кемдән өлгө алаһың, һинең өсөн кем герой?
    Минең геройҙарым – ул тормоштоң төрлө этабында мине уратып алған, минән көслөрәк кешеләр.

    Сит илдә уҡырға, стажировка үтергә теләгән егет-ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәр бирер инең?
    1. Уҡығыҙ. Белемһеҙ һеҙ сит илдә бер кемгә лә кәрәк түгелһегеҙ.
    2. Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ, сит ил компаниялары тураһында белешеп тороғыҙ.
    3. Иң мөһиме теләк!

    Ринат, киләсәктә һин үҙеңде ниндәй илдә күрергә теләр инең?

    Үҙемдең киләсәгемде мин өс этапҡа бүлер инем:

    1. Йәшлек йылдары – ул үҙ ғаиләм тыуғандан алып (ул быйылғы йылдың 16 авгусында барлыҡҡа киләсәк) минең буласаҡ балаларымдың мәктәп йылдарына тиклем. Был осорҙо мин һөнәрем буйынса бик төплө тәжрибә алыр һәм башҡа мәҙәниәт менән байыр өсөн сит илдә үткәрер инем, мәҫәлән Норвегияла. Ни өсөн балаларымдың мәктәп йылдарына тиклемге осор тиһегеҙме? Сөнки мин уларҙың Рәсәйҙә уҡып, үҙ тарихын һәм мәҙәниәтен белеп үҫеүҙәрен теләйем.
    2. Ғаиләле кеше, ултыраҡ тормош – был осорҙо мин Рәсәйҙә, Санкт-Петербургта үткәрергә теләр инем. Миңә илебеҙҙең башҡа ҡалаларынан айырылап торған был ҡала бик оҡшай.
    3. Әүҙем пенсионер – был осорҙо мин Сәхәй ауылында булып, донъяның теләһә ниндәй өлөшөнә барырға мөмкинселеккә эйә булып йәшәргә теләйем.

    Үҙеңдең ғаиләң тураһында һөйләп үтһәңсе?
    Минең ғаиләм – атайым, әсәйем, апайым, ҡустым һәм минең кәләшем. Асыҡлаңҡырап әйткәндә, минең ата-әсәйем Әнүзә һәм Нәзим Өфө ҡалаһында 2007 йылдан алып йәшәйҙәр, быға тиклем 20 йыл Ҡырмыҫҡалы районы Сәхәй ауылында тормош көттөләр. Атайым инженер-электрик булып эшләй, әсәйем декрет ялында. Минең апайым Ғәлиә минән 4 йәшкә оло, ҡустым Динар – 21 йәшкә кесерәк. Кәләшем Лилиә Өфө ҡалаһының Дим районынан булыуына ҡарамаҫтан, беҙ уның менән беҙ 5 йыл элек Санкт-Петербургта таныштыҡ.--rlmSOzIqM

    Һинең яратҡан шөғөлдәрең?
    Спорт, бигерәк тә тау саңғыһы, футбол һәм баскетбол. Мине кәләшем тағы ла бер бик шәп шөғөлгә ғашиҡ иттерҙе – ул сәйәхәт итеү.

    Ринат, һин үҙеңә ниндәй маҡсаттар ҡуяһың?
    Көн һайын үҫешергә, тик яҡшы яҡҡа үҙгәрергә, бер урында тапалмаҫҡа. Был тормошомдоң һәр өлкәһенә лә ҡағыла.

    Нимә тураһында хыялланаһың?
    Мин һәм минең яҡындарым теләгән ваҡытта донъяның ниндәй булһа ла нөктәһенә бара алһын өсөн финанс, физик һәм әхлаҡи яҡтан мөмкинселектәрембулыуын теләйем. Һәм әлбиттә, юғарылағы киләсәктә ҡайҙа булырға теләйем тигән һорауға яуабымды тормошҡа ашырырға.

     

    Ринат менән Лилиәнең тормоштағы иң бәхетле мәлдәренең береһе законлы никахтарына бер генә көн ҡалып бара. Мин уларға иртәгә тыуасаҡ көндөң онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай булыуын теләйем. Бер-берегеҙҙе яратып, хөрмәт итеп, бәхетле йәшәгеҙ! Ышанам: Ринат үҙенең ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәк, сөнки уның янында ҡанатландырып, дәртләндереп тороусы Лилиәһе буласаҡ.

     

    Добавить комментарий

    Ваш e-mail не будет опубликован.