Рауза Абдуллина: Яҡты киләсәк өсөн

 

VvP56jBjXUw“Һуғыш башланған!” тигән хәбәрҙе өләсәйем Абдуллина (Барлыбаева) Рауза Рәсүл ҡыҙы бер туған ағаһы Әбүбәкерҙән ишетә. Ағайҙар Күлйортау яғында юл һалып йөрөгән булалар. Репродукторҙарҙан хәбәр итәләр был яңылыҡты. Ауылға шунда уҡ кемде беренсе булып ебәрергә тигән “повестка” килә. Егеттәрҙе алып киткәс, бөтә халыҡ сыр-сыу килеп илаша. “Миңлеғәле ағайым 1942 йыл китте. Ул ауыл советы рәйесе булып эшләй ине. Һуғыштан кире әйләнеп ҡайтманы. Пленға эләгеп, “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килде. Ауылдашыбыҙ, һуғыштан иҫән ҡайтҡан Иҫәнов Сафиулла ағай уның менән бергә Польшала концлагерҙа булған. “Йөҙ кешене бүлеп икенсе ергә алып киттеләр, Миңлеғәле шунда эләгеп китте,” – тип һөйләне Сафиулла ағай. Хаты бер-ике тапҡыр ғына килде. 1941 йыл киткән Әбүбәкер ағайым Житомирҙа яраланып ҡайтып килеп, ауыл советы рәйесе булып эшләп, кире һуғышҡа китте. Ул имен-аман кире әйләнеп ҡайтты”.

 

5-се синыфты уҡып бөтөп, 6-сы синыфҡа бара алмай өләсәйем, сөнки алып барып ашау өсөн аҙыҡ булмай. “1943 йылдың яҙында үҙ көнөмдө уҙем күрәм, тип сәсеүгә сығып киттем. Йәнәһе, үҙем табып ашайым. Унда 200 грамм һоло, 1 литр ҡатыҡ бирәләр. Һолоны тартып, бер сүмес ыумас эшләп, бер литр ҡатыҡты эсеп, көндәр буйы эшләйбеҙ. Сәсеүҙә ике пар ат менән ер тырматтым, иген үҫкәс утаүға сығабыҙ. Көҙ етһә, башаҡ йыябыҙ, көлтә бәйләбеҙ, уны тейәйбеҙ, һуңынан, үгеҙ егеп, эҫкерткә һалабыҙ. Ҡышҡыһын комбайн килеп, уны иген итеп һуға. Бөтә иген фронтҡа китә…”

Һуғыш ваҡытында ауылда ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар ғына ҡала. Апай-еңгәйҙәр өсәр- дүртәр балалары менән ҡырға күсеп сығып, ҡыуыш ҡороп, һыйырҙарын алып сығып эшләй торған булғандар. Балалар ҡыуышта үҙ аллы ултырып ҡалғандар. Һуғышмай ҙа, талашмай ҙа, ҡайһылай теләй, шулай матур итеп уйнап, ҡыуыш эргәһендә ҡала торған булғандар 10 йәшкә тиклемге балалар. 11-12 йәштән эшләгәндәр бик һирәк була, бесәнгә сыҡҡанда өләсәйем 25-27 йылғы апайҙар менән иң бәләкәсе булып, ныҡышып эшләп йөрөгән. “Балалығым менән үҙемсә уҙ-уҙемде ҡарайым, тип уйлайым. Йәнәһе, үҙем үҙемә тамаҡ табып ашап йөрөйөм”.

Колхозда эшсе ҡулдар етешмәй, техника булмай. Иң яҡшы аттарҙы фронтҡа оҙаталар, үгеҙҙәр, һыйырҙар төп тартыу көсө булып ҡала. Халыҡ бесәнде ҡул менән саба, һәр кемдең айырым ҡул салғыһы бар. Апай-еңгәләр “иртәнге ҡайранға” сыға торған булғандар. “Иртәнге ҡайран” — ысыҡ ваҡытында күбә күбәләп булмағас, таң менән тороп, ашамай-эсмәй сығып, бесән сабыу. Бер быуа эшләп алғас, кемдең ниндәй аҙығы бар, шуны ашап, кире күбәләү эшенә тотоналар. Ат косилкаһы менән да сабып, ышыртҡыһы менән дә ышыртҡандар. “Ат менән ышырттылар, ҡул менән күбәләнек. Әгәр бесәнде өйөргә ат көсө ярҙам итһә, кеше башына 60 күбә тура килде. Ҡул менән тәгәрәтеп күбәләһәк, 40-ар күбәнән тура килә. Шул норманы үтәй торғайныҡ. 1943 йыл булды был.”

Өләсәйемдән йәш саҡтарында нисек күңел асыуҙары тураһында һорашам. Һуғыш ваҡытында ла, халыҡ кистәрен йыйылып, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, күңел аса торған булған. Ҡырҙа бесәндәме, иген сәсеүҙәме ятҡанда, кисен ауылға уйнар өсөн ҡайтҡандар. Ауылда ҡыштарын башҡа урын булмағас, клубтарҙа йәки арыған, ауырыған ҡорсаңғы аттарҙы ҡуйып, уларҙы йыуыр, йәки игенде һалыр булғандар. Шул сәбәпле, йәштәр күпергә килеп уйнағандар. Йәйәүләп 5-6 километр алыҫлыҡтағы Өс һаҙ, Бәләкәй йылға, Үрге туғай тип аталған ерҙәрҙән ҡайтып, “Түңәрәк”, “Наза”, “Ҡулъяулыҡ”, “Өс таған”, “Күрешеү” кеүек уйындарҙы уйнап, эштә арып-талыуҙарына ҡарамай, ер һелкетеп бейегәндәр. “Иртәнсәк әсәйҙәребеҙҙең бер тапҡыр уятыуына һикереп тора торғайныҡ, сөнки түшәктә иркәләнеп, тора алмай ятһаҡ, беҙҙе икенсе юлы ебәрмәҫтәр, тип эшкә йүгерәбеҙ. Аҙаҡтан, хатта һуғыштан һуң да, клубтар буш булманы, эшләмәне, уларҙы икенсе маҡсаттарҙа ҡулландылар, шуға күрә беҙ аулаҡ өйҙәрҙә йыйылып уйнай торғайныҡ. Үҙебеҙ йырлап, үҙебеҙ бейеп, күңел аса торғайныҡ. Гармун да булманы. Теүәлбаев Ғәйнетдин тигән ағай буш ваҡыттарында беҙгә килеп ултырып, һыҙғырып бейетә торғайны, беҙ шул һыҙғырыуға ла һикереп төшөп бейеп йөрөй торғайныҡ.”

hvdmN0MTpy4

Иген урыу кампанияһы бөтөп, ауылға ҡайтҡас, өләсәйемде ауыл советына телефонистка итеп эшкә алалар. Телефонда ғына эшләмәй ул, повесткалар, һалдат хаттарын да тарата. Ул ваҡытта гәзиткә яҙылыу тигән нәмә булмай, тик ауыл советына ғына күрше Аҡморон ауылынан “Башҡортостан”, “Ленинсе”, район гәзите килә торған була. Кис булһа, йәштәр шул гәзиттәрҙе уҡырға, репродукторҙан һуғыш хәбәрҙәрен тыңларға йыйыла. Өләсәйем төнгө 12 –гә тиклем дежурҙа ултыра, сөнки ниндәй булһа ла хәбәр төн уртаһында килә торған була. Һуғышҡа китеүгә “отправка” ҡағыҙҙарын кешеләргә алып бара. Повестка килгәндең иртәгәһенә үк кешеләр һуғышҡа китергә тейеш була. Ат менән Магнитогорск ҡалаһына тиклем барып, артабан поезға ултырып китәләр. “Ҡара төн. Ауылдарҙа яҡтылыҡ юҡ. Өйҙә йылтыр шәмдәр генә. Кешеләрҙең тәҙрәләрендә ҡорғандар ҙа юҡ. Мин, 13 йәшлек ҡыҙ, кешеләрҙең ишектәрен шаҡып йөрөйөм. “Повестка” алып барһам, бөтә ғаиләһе менән бергә илайым. “Ҡара ҡағыҙ” алып барһам, тағы ҡосаҡлашып илайбыҙ. “Хәбәрһеҙ юғалды”, тип килһә, барыбер шул үлгәндер инде, тип ҡайғырабыҙ. Кемдәндер ошонан һуң да ҡабаттан хат килә торғайны.
Бер ваҡыт Теүәнәев Мазһар тигән ағай “хәбәрһеҙ юғалды” тип килде. Мин уның туғандары менән тәгәрәшеп оҙаҡ иланым. Ләкин бер нисә айҙан һуң шатлыҡлы хәбәр килде: һалдат ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланған һәм хәҙер фронтҡа оҙатылған. Бер аҙҙан яңынан һалдаттың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килде. Был хәбәрҙе кисереүе тағы ла ауырыраҡ булды туғандарына. Ә һуңынан инде “ҡара ҡағыҙ”ы булды. Инде бөтә өмөттәр һүнгәс, ул барыбер ҡайтып килде. Баҡтиһәң, Мазһар ағайҙы дуҫтары бер алыш ваҡытында юғалталар, ауыр яраланған һалдаттың нисек госпиталгә оҙатылыуын күрмәй ҡалалар. Ә ул Еңеү яулап ҡайтты, тыуған колхозында эшләне… Ауылдаштарымдың күҙ йәштәрен күреүе ҡыйын булды. Көн һайын төнгө ун икенән һуң ғына дежурҙан ҡайтам, сөнки, һуғышҡа “отправка”, “ҡара ҡағыҙҙарҙы” тик телефон аша бирәләр ине.” Өләсәйем ошонда эшләгән ваҡыты тураһында һөйләгән саҡта ауыр көрһөнә. Ысынлап та кешеләргә ҡайғылы хәбәрҙәрҙе еткерер өсөн күпме рухи көс, батырлыҡ кәрәк! Ҡыуаныслы хәбәрҙәр, хаттар ғына килеп торһа, ҡана ла һуң! Сыр-сыу килеп илашҡан балалар, апайҙар, инәйҙәр менән бергә илап, йөрәге әрней өләсәйемдең. Кешеләрҙе йыуатып, кеше ҡайғыһын үҙ күңеленән үткәргән өләсәйем, яҙа белмәгән кешеләргә һалдат хаттарына яуап хаттары яҙырға ярҙамлашҡан. Сөнки ҡатындарҙың тик киске мәктәплек кенә белемдәре була. 13 йәшлек ҡыҙыҡайҙың ошондай эштә эшләүе, ауыр саҡтарҙа кешеләргә рухи яҡтан ярҙам, терәк булыуы ла — оло батырлыҡ бит ул!

6K-XfsG9CSo

Тылда бөтәһе лә — фронтҡа, бөтә нәмә – еңеү өсөн була. Иген дә, колхоздан малсылыҡ продукцияһы ла фронтҡа ебәрелә. Телефонистка булып эшләгән саҡта, төн булһа, ҡырҙан эшләп ҡайтҡан апай-еңгәйҙәрҙе заем, лотерея, ауыл хужалығы налогы, “самообложение” налогтарын түләтеү өсөн, өйҙән-өйгә йөрөп саҡырып йөрөргә тейеш була өләсәйем. Эш хаҡы булмағас, май, утын-бесән һатыпмы түләй торғайнылар. “Мотлаҡ рәүештә халыҡ 230 литр һөт йәки 9 кило 240 грамм май түләй, 46 кг ит, тауығы булмаһа ла 100 йомортҡа, һарығы булмаһа ла 2 тире, 2 кило йөн тапшырырға тейеш. Әгәр ҙә 46 кг итте түләй алмаһалар, һыйырҙың эсендәге быҙауын булһа ла яҙып алалар ине”. Шулай итеп, ауылдан бөтә аҙыҡ-түлек, иген һуғышҡа китә. Ҡыш булһа, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, посылкалар ебәрәләр.

“Бөтә ҡыш буйы ошо эштә эшләнем. 1944 йылдың яҙында тағы ла сәсеүгә сығырға теләк белдерҙем. Ул саҡта бик ҡаты апай ауыл советы рәйесе булып эшләй ине. “Һин өйрәнгәнһең, телефонистка булып эшләүеңде дауам ит”, — тип ебәрмәнеләр. Шулай тип әйткәс, үҙем ҡырға сыҡтым да киттем. Шунда миңә әйттеләр: “Беренсе “вербовка” булһа, һине ебәрәбеҙ”, — тип. Ысынлап та, иген йыйыу кампанияһы бөтөү менән, колхозға кеше ебәреү өсөн ун ҡыҙҙы ебәрергә тигән план килде. Мине лә шунда яҙҙылар. Минең бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, “һин ҡайтҡансы һуғыш та бөтә, әлегә, бәләкәй булһаң да, ФЗО-ла (фабрично-заочное обучение) уҡып ал,”- тип Баймаҡ район советында әйттеләр. Алдап ебәрҙеләр. Бер ниндәй ҙә ФЗО түгел, Удмурт АССР-ына эшкә райондан 80-85-ләп үҫмер балаларҙы ебәрҙеләр. Беҙҙең ауылдан барғандар 25-26-ғы йылғы ҡыҙҙар ине, мин иң бәләкәйе 30- сы йылғы булдым. Беҙҙең Йомаш ауылынан 10 ҡыҙ барҙы. Һәр бер ерҙә кешеләрҙе бүлеп ҡалдырҙылар: Ижевскиҙа, Играла, ә беҙ Минелгә эләктек.”
Минель тигән станцияға ФЗО-ла уҡыясаҡбыҙ, тигән яҡты хыялдар менән килеп төшәләр ҡыҙҙар. “Урман. Барак эшләнгән, уның яртыһы ер аҫтында. Ҡатлы ағас карауат бар ине, беҙгә түшәгес, матрас һәм яҫтыҡ тышы бирҙеләр, беҙ шунда һалам тултырып алдыҡ та яттыҡ. Йоҡлап ятҡанда, төндә вагон килгән. Беҙҙе уятып, вагондарға бүрәнә тейәтергә сығарып ебәрҙеләр. Шулай итеп, көндөҙ урманға 7-8 километр алыҫлыҡҡа йәйәүләп, ҡул бысҡылары (!) менән ҡосаҡ йыуанлыҡ шыршыларҙы бысырға йөрөнөк. Тубыҡланып ултырабыҙ ҙа, ҡарҙы көрәйбеҙ, һуңынан, ун сантиметр ғына ҡалдырып, ағастарҙы бысабыҙ, тағын да уртаға бысып, дүртәр метрлап әҙерләйбеҙ. Ботағын өйөп яғабыҙ.

Унда “диләнкә” бөткәс, Андрейшура тигән ауылға алып барҙылар. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләнек. Ашхана ауыл рәйесенең йортонда ине. Дүртәр кеше бер фатирҙа яттыҡ. Удмурттарҙың бер бүлмәле өйҙәре, ишегенең өҫтөндә таҡта ҡуйып дүрт кеше генә һыйырлыҡ һәндерә эшләнгән. Унда баҫҡыс ҡуйып менәбеҙ. Эйелеп кенә ултырабыҙ. Утын тейәп, лыҡма һыу булып ҡайтҡас, кейемдәребеҙҙе лә киптерә алмай, шул һәндерәгә бишмәттәребеҙҙе элеп ҡуябыҙ. Бер-беребеҙгә йылы булһын, тип, ҡосаҡлашып йоҡлай торғайныҡ. Өйҙөң мейесен хужа бабай яғып йылытты. Уның улы һуғышта, ә килене икенсе ерҙә бригадир булып эшләй ине, 15 көнгә бер генә ҡайтып әйләнер булды. Шәм булмағас, бабай мөйөшкә сыра яғып ҡына ултыртып ҡуйыр булды.
Эшләгәндә бер вагонға 36 кубометр утын тура килә. Өс ҡыҙға тура килһә, шуны 12-шәр кубометрҙан тейәйбеҙ. Әгәр ҙә дүрт ҡыҙға тура килһә, 9-ҙар кубометр була, унда инде шатланабыҙ.. Елкәләребеҙгә һалып, вагонға ҡуйылған баҫҡыс буйлап мендереп, тейәйбеҙ. Иртәнсәк сейле-бешле 400 грамм икмәкте бер тәрилкә кәбеҫтә һыуы менән ашап китәбеҙ. Йәйәү барып, көнө буйы йөрөп, киске сәғәт 6-ла тағы шул кәбеҫтә һыуы менән 200 грамм икмәк ашайбыҙ, көндәр буйы һыу ҙә эсмәй йөрөйбөҙ. Тәүҙәрәк беҙгә бәшмәктән аҙыҡ бешереп ашатҡайнылар, ун дүртебеҙ ҙә ҡайтып ҡоҫтоҡ, сөнки быға тиклем уны бер ҡасан да ашап ҡарағаныбыҙ юҡ ине. Хәҙерге беҙҙең яҡта үҫкән һәйбәт бәшмәк кеүек түгел ине уныһы ла. Шунан, беҙ леспромхоз директорына күмәкләп барып, беҙ урыҫ ризығы бәшмәкте ашай алмайбыҙ, уны башҡа беҙгә ашатмағыҙ, тинек. «Нимә ашайһығыҙ һуң?»- тип һораны директор. «Кәбеҫтә һыуын», — тинек. «Кәбеҫтә лә урыҫтыҡы бит?». «Беҙҙең бер ҡасан да бәшмәк ашағаныбыҙ булманы, ә кәбеҫтә беҙҙең өсөн ят аҙыҡ түгел», — тип әйткәс, беҙгә иртәле-кисле кәбеҫтә һыуы менән икмәк бирә башланылар. Шул булды беҙҙең булған ризығыбыҙ.

Шулай итеп, аяҡ кейемдәребеҙ, бишмәттәребеҙ туҙып бөттө. Матрас тыштарынан итәкләп, башҡортсалап, күлдәктәр тегеп алдыҡ. Ауылға ҡайтҡас, мин уны буяп кейҙем. Сабата алып килделәр, уны быймабыҙҙың өҫтөнә ҡатлап кейҙек. Ағас ҡырҡыу эшендә 6 ай буйы эшләнек. Элек паровоздар ҙа, завод-фабрикалар ҙа утын менән эшләне. Беҙгә агитаторҙар килеп: “һеҙ яҡшы эшләһәгеҙ – һуғыш тиҙерәк бөтә”, — тип әйтәләр ине. Шуға күрә, беҙ ас булһаҡ та, яланғас булһаҡ та, Еңеү өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалып эшләнек. Беҙҙең көсөбөҙ бушҡа китмәне, күмәкләп еңдек фашизмды!”

C6PjL1-5XOw

1945 йылдың апрель аҙағы. Ҡара ер асылған, урыны-урыны менән генә ҡар ята. Өләсәйемдәрҙе өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр. Уларҙы мастерҙары Магнитогорскиға тиклем оҙатып килә. Ҡарталыға етмәҫ борон, “беҙҙең яҡта барыбер ҡара ер ул”, тип үҙәктәренә үткән, кейеп өйрәнмәгән сабаталарын вагондың тәҙрәһенән ырғытып ташлайҙар ҡыҙҙар. Ойоҡсан ғына ҡалалар. “Магнитогорскиға килеп төшһәк, 10 сантиметр тирәһе ҡар яуған. Хәҙерге вокзал яғындағы (элек “Иҫке Магнитка” тип аталған ҡасаба ине унда) фатирҙарға 4-5 ҡыҙҙы бер фатирға тура килдереп тараттылар. Бер әбей менән бабайҙа ҡунып сыҡтыҡ, иртәгәһенә артабан ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙ ялан аяҡ булғанға күрә, улар миңә һәм Исянова (Барлыбаева) Зәйнәпкә, бәләкәйһегеҙ икән әле, тип беҙҙе йәлләп, тапочкалар бирҙеләр.”Бәйләп алығыҙ, улар атыу еүешләнә”,- тинеләр. Ысынлап та, әбей менән бабай әйтеүенсә бәйләп алһаҡ та, еүешләнгәс, тапочкаларыбыҙ һуҙылып китте.
Йәнгел тигән ергә килеп йоҡланыҡ. Өйҙәренең ҡыйыҡтары юҡ, тәпәшәк кенә. Ҡар иреп, тигеҙ ҡыйыҡ аша өйҙөң эсенә ағып тора. Әрем кеүегерәк эре-торо үлән яғалар, шуның йылыһында ултырып таң аттырҙыҡ та, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. 5 май көнө, Магниттан сығып китеүгә дүртенсе көн тигәндә ауылыбыҙға йәйәүләп ҡайтып төштөк. Мин килеп етеү менән түшәккә йығылдым. Аяҡтар шешкән ине. Атлап йөрөп булмай. Имгәкләп кенә сығып инәм дә, кире ятам. Әсәйем төрлөсә дауаланы. Тирегә лә һалып ураны, һарыҡтың яҙғы йөнөнә лә ураны аяғымды, табаны ҡыҙҙырып, араҡы ҡойоп, унда ла баҫтырҙы. Шулай итеп, түшәктә ике ай яттым. Миңә ул саҡта ун биш йәш тулған ине. Һуғыш бөткән көнө “беҙ барыбер бирешмәнек!”, тип имгәкләп урамға сығып ултырҙым”, — тип һөйләй өләсәйем.

Өләсәйемдең бер туған апаһы Сәхипъямалдың һарыҡ фермаһында мөдир булып эшләгән сағы. 1945 йылдың 9 май көнө сводка бирергә тип идараға ингәндә, телефон зыңғырлай. Баймаҡтан шылтыратып, “Һуғыш бөттө, председателегеҙгә, халыҡҡа әйтегеҙ”, — тип хәбәр итәләр. Сәхипъямал инәйем бөтә халыҡҡа был ҡыуаныслы хәбәрҙе йөрөп әйтеп сыға. Өйгә ҡайтып әйткәс, Рауза өләсәйем: “Беҙҙең көсөбөҙ бушҡа китмәгән икән, һуғыштың бөтөүенә ярҙам иттек!” — тип илап ебәрә.

________________________________________________________________________________

Хөрмәтле дуҫтар, бер ҡасан да тарихыбыҙҙы, илебеҙҙең, ғорур халҡыбыҙҙың кисергән яҙмышын онотмайыҡ, Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы шаһиттары булған инәй-олатайҙарҙы, өләсәй-олатайҙарҙы хөрмәтләйек, сөнки улар ошо беҙҙең матур тормош өсөн көрәштеләр. Баш эйәбеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт!
Бөйөк Еңеү көнө менән барығыҙҙы ла!

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.