Гөлназ Ғәлимуллина: Яҡташтарым менән тик башҡортса ғына һөйләшәм.

«Яҡташтарым менән тик башҡортса ғына һөйләшәм, — тип һүҙ башланы Гөлназ Ғәлимуллина, — әгәр үҙебеҙҙең телебеҙҙә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул?». Һүҙһеҙ килешәм, шулай ҙа «Беренсе» каналда эшләп йөрөүсе, Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сараларҙа киң танылыу тапҡан режиссерҙан бындай фекерҙе ишетеү сәйер тойола…

E5O71ywqANcГӨЛНАЗ ҒӘЛИМУЛЛИНА
Алған белеме — Башҡорт дәүләт университеты.
Уңыштары — Нью-йоркта уҙған «TV & Film Awards» фестивалендә «Документаль кино» номинацияһында еңеү;
«Герой нашего времени» VI Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы режиссер» номинацияһында еңеү.
Яратҡан ял итеү урыны — Европа илдәре.
Һуңғы уҡыған китаптар — Милан Кундераның «Независимая легкость бытия» һәм «Бессмертие» исемле әҫәрҙәре.
Һуңғы уйға һалған фильм — «Интерстеллер».
Девиз — Мин бөгөн кисәгенән яҡшыраҡ булырға тейеш.

 

— Гөлназ, телевидение өлкәһенә нисек килеп эләктең?
— Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем алған ваҡытта яҙыша башланым. «Аманат» журналының, «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе тигән маҡтаулы исем дә йөрөтә инем. Юғары класстарҙа уҡығанда иһә «Тамырға» килдем. Телевидение менән бәйле бар эшкә шул саҡта уҡ өйрәнә башланым. Атабан Башҡорт дәүләт университетының «Журналистика» факультетына уҡырға индем. Әммә ысынын әйткәндә мин унда йүнләп күренмәнем дә, сөнки беренсе курстан БСТ-ның штатында эшләй башланым. Тап шуға ла минең бар белемем — тәжрибә һөҙөмтәһе. Университетты мин эштә үттем.

— Тимәк һинең алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау бөтөнләй тормаған?
— Торманы. Бала саҡта иҫ киткес ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ булдым, әсәй-өләсәйемде төрлө һорауҙар менән йөҙәтеп бөтә инем — тап ошо сифатым мине журналистика менән бәйләгәндер буғай. Ғөмүмән, бөтә нимәгә лә тотанаҡһыҙ ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған һәр кеше журналист була ала тигән фекерҙәмен. Ә телевидение өлкәһендә эшләү өсөн әҙерәк белем алыу, тәжрибә туплау мотлаҡ.

fUhqQ0X6_Po

— Ниндәй вазифала һәм ниндәй тапшырыуҙар өҫтөндә эшләнең?
— Корреспондент, алып барыусы булараҡ башланым һәм режиссер вазифаһында дауам иттем. Проекттар күп булды инде ул… Шуларҙың иң киң масштаблылары — «Тай-тулаҡ» тапшырыуы һәм «Профили» авторлыҡ циклы.

— «Профили» циклында туҡтап үтмәү мөмкин түгел. Был проект һине Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәленә сығарҙы. Бындай масштаблы эшкә тотонорға һине нимә этәрҙе?
— 2010 йылда больницала ғүмерем өсөн көрәшеп оҙаҡ ваҡыт үткәрергә тура килде. Ғүмеремдең тап ошо өлөшөндә «Профилдәр» проектының идеяһы тыуҙы. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, көслө рухлы шәхестәр тураһында ине был эшем. Цикл ете документаль фильмды берләштерҙе. Уларҙың һәр береһе күңел йылыһы һалып төшөрөлдө. Геройҙарымдың тарихы мине бик тетрәндерҙе, үҙ тормошома яңыса ҡарарға этәргес бирҙе. Проекттың шулай юғары баһаланыуы минең өсөн, әлбиттә, ғорурлыҡ. Әммә улар фестивалдәр өсөн төшөрөлмәне. Ғөмүмән мин тик эскерһеҙ, ихлас уйҙар менән, күңел һалып эшләнгән эштәр генә кешене алға сығара тигән ныҡлы фекерҙәмен.

— Ни эшләптер һинең авторлығың аҫтында башҡортса тапшырыуҙар иҫтә ҡалмаған…
— Ысынын әйткәндә, башҡорт телендә тик бер генә тапшырыу сығарҙым. Тапшырыуымдың тамашасым менән вербаль түгел, ә бер күңел һәм йөрәк телендә буылыу  мөһим минең өсөн. Тел менән түгел, ә кеше менән эшләйем мин беренсе сиратта.  Уның күңеленә асҡыс таба белеү, эске донъяһын асыу – беренсе маҡсатым. Ә тел ул… Ни бары инструмент.

— Аңлауым буйынса, һин уҡып бөткәс тә Мәскәүгә юлланғанһын?
— Юҡ. Өфөлә йәмғеһе ун йыл эшләнем. Мәскәүгә иһә мин былтыр ғына килдем.

— Былтыр ғына?!
— Эйе, быға тиклем Мәскәүгә командировкаларға ғына килә инем. Ә бөтөн төйөнсөктәрем менән былтыр ғына күсенеп килдем. Эш процессында мин Мәскәүгә ныҡ ғашиҡ инем. Һәр саҡ ошонда эшләгем, йәшәгем килде. Баш ҡаланың ығы-зығыһы, ритмы үҙенә тартты. Өфөгә ҡайтҡас, депрессиялар була торғайны, Өфө урамдарына нисектер һыймай башлағанымды тоя башаным. Әлбиттә, мине бер кемдә унда көтмәгәнен дә яҡшы аңлай инем. Шул саҡ үҙемә «Әгәр ҙә мине Мәскәүгә саҡырһалар, уйлап та тормай сығып китәм!»,- тигән ысын мәғәнәһендә ныҡлы ерлеге булмаған маҡсат ҡуйҙым. Ышанмаҫһың, ошо уйҙы ебәреүем булды, ике аҙнанан миңә Мәскәүҙән тәҡдим килде! Ә эш бына нимәлә булған: «Тамыр» минең тапшырыуымды ТЭФИ-ға ебәргәйне. Эшемде оҡшатҡандар, ә бер продюсер мине үҙенә саҡырырға булған. «Тамыр»ҙа яңы йыл әкиәтен төшөрөп бөттөм дә, Мәскәүгә юлландым…

— Бында карьераң ниндәй телевизион каналда дауам итте?
— Эш юлымды РЕН-ТВ һәм ТВ-центрҙа башланым. Тиҙҙән резюмемды Беренсе каналдың заказдары буйынса эшләгән студияға ебәрҙем. Уңыш был юлы ла миңә йылмайҙы — тиҙҙән мине документилистика бүлегенә эшкә саҡырҙылар. Ошо өлкәлә эшләү минең күптәнге хыялым ине.

— Ҡаршылыҡтар ҙа булғандыр бит…
— Әлбиттә булды! Әле һөйләһәң генә барыһы ла еңел һәм матур кеүек күренә. Ҡайтып китәм, иртәгә үк билет алам тигән уйҙар ҙа, эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырған ваҡыттар ҙа булды… Тормош бит ул шулай ҡоролған — әҙ генә шатланаһың да, көрәшкә ташланаһың. Ғөмүмән, мин Мәскәүҙә «Тормош — көрәш», — тигән әйтемдең ысынбарлығына ышандым. Бында бөтә нимә аҡсаға ҡоролған тигән стереотип нигеҙһеҙ түгел. Әгәр һин үҙ эшеңде сифатлы итеп башҡараһың икән, тимәк һин уларға кәрәкһең. Хата ебәрһәң иһә, һинең менән еңел генә араны өҙәләр, сөнки ун бер миллионлыҡ ҡалала һиңә алмаш табыу бер ни тормай.

Sd_a7agxSMM

— Ошонан сығып тағы бер һорау — федераль каналда конкурентлыҡ итеү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыу кәрәк?
— Бәләкәй ҡаланан мегаполисҡа сығып киткән кеше өсөн был ысынлап тә килешле һәм тәрән һорау. Хатта өҫтәп әйтә алам, был һорауҙы йыш ҡына үҙемә лә брә инем: ни етмәй, нисек һәм ниндәй булыр кәрәк был Мәскәүҙе еңер өсөн? Төп мөһим һәм ҡурҡыныс асышым — таш күңелле булыр кәрәк. Беҙ быны матур итеп батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ тип атайбыҙ. Ғөмүмән, журналистикала кәрәкле сифаттар был. Тормошта тип әйтмәйем, ниндәй генә хәл-әхүәл булмаһын, беренсе сиратта кеше булып ҡала белеү мөһим.

— Баш ҡалаға килеү менән үҙеңдә үҫеш тояһыңмы?
— Иң дөрөҫ һөҙөмәләрҙе үҙемдең тапшырыуҙарыма ҡарап беләм. Махсус алып ҡарайым: әгәр ҙә «бөгөн мин икенсе төрлө эшләр инем»,- тигән уй килә икән башыма, тимәк, үҫеш бар. Яңыраҡ ҡына был уй мине йәнә шатландырҙы: алға китеш бар.

— Тыуған яҡ тарталыр бит?
— Әлбиттә тарта. Мин бында килгәс кенә, Вәлидинең ни өсөн «Илсе Ғайсаны» тыңлап моңайыуын аңланым. Ситтә йәшәһәм дә, башҡортса уйлайым, мөмкинселек төшкән һайын туған телемдә аралашам. Бәхетем, БСТ-ла бөгөнгө көнгә тиклем эшләйем — Мәскәүҙә уҙған Башҡортостанға бәйле бар саралар тураһында сюжеттарҙы әҙерләйем. Шуның өсөн башҡортомдоң томошо менән ҡайнап йәшәүемде дауам итәм. Хатта, Өфөгә ҡарағанда интенсивыраҡ тип әйтһәм дә, алдашыу булмаҫ. Сер итеп кенә әйтәм: әлеге көндә республикаға бәйле бер нисә проектым да бар.

— Федераль каналдарҙа эшләп ҡарап, БСТ-ның үҫеш кимәлен нисек баһалай алаһың?
— БСТ-ның тапшырыуҙары төрлө Халыҡ-ара конкурстар, фестивальдәрҙә еңеү яулауы —  каналда профессионалдар эшләүенең төп күрһәткесе., Мәскәүҙә мин Башҡортостанда алған белемдәрем менән килдем. Нисек кенә булмаһын, ул мине типмәне. Өфөнән мегаполисҡа күптәрҙең килеп, төпләнеүе республикабыҙҙа профессиональ кимәлдең лайыҡлы булыуын тағы бер ҡат иҫбатлай. Коллективым әле булһа, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер, шуға рәхмәттән башҡа бер ни ҙә әйтә алмайым.

— Һәйбәт режиссерға ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?
— Һәйбәт фильм төшөрөр өсөн режиссерҙың тормош тәжрибәһе булырға тейеш, тигән фекерҙе күптән ишетә торған инем. Ҡартая килә, бының дөрөҫлөгөнә инандым (көлә). Кешегә идеяны еткерә белеү һәләте мотлаҡ тиер инем, ә белем үҙе килә.

— Нимә илһамландыра?
— Маҡсатлы кешеләр, маҡсаты өсөн янып-көйөп йәшәгән кешеләр. Уңышлы кешеләр. Иң ҙур уңыш – үҙ-үҙеңде еңеү. Ҡыҙыҡ, илһамландырмаған геройҙар менән эшләй алмайым мин.

— Тормош ҡағиҙәләрең бармы?

  1. Төп тормош ҡағиҙәм — ҡағиҙәләрҙән сығыу. Мин системаны барлыҡҡа килтерәм дә, уны яңынан емерәм.
  2. Һәр саҡ изге уйҙа булыу.
  3. Мәғәнәһеҙ, берәй ҡайҙа барып төртөлөрмән әле тип алға тәгәрәй алмайым — минең маҡсатым булырға тейеш.
  4. Һәр минутыңды файҙа менән үткәреү.

— Киләсәктә үҙеңде ниндәй итеп күҙ алдыңа килтерәһең?
— «Тамыр»ҙа эшләгәндә, коллегаларым бер-береһенә «Балалыҡ тойғоһо үлмәһен»,- тип теләйҙәр ине. Мин был фекерҙең мәғәнәһен тик хәҙер генә аңланым. Мин бит үҙемде һаман ун алты йәшлек итеп хис итәм! Ошо тойғоно киләсәктә лә юғалтмаҫҡа ине. Был теләк, моғайын, үҙеңә тормош ауырлыҡтарын теләмәү менән берҙер. Сөнки кеше күтәрә алмаҫлыҡ проблемалар менән көрәшкәндә генә олоғая…

— Һине тағы нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
— Фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынам. Минеңсә, фотоға төшөрөү — ул тормошто туҡтатыу менән бер. Фотокадрға һин бар тормошто һыйҙыра алаһың. Һәм был шул тиклем ҙур һәләт талап итә. Киләсәктә фотовыставкаларымды ойошторорға тигән үтә күренмәле хыялым да бар. Ысынын әйткәндә, Ҡайһы саҡта телевидениены ташлап, тик фото менән шөғөлләнергә тигән теләк тә уянып ҡуя. Телевидение – еңел нимә түгел.

— Шәхси тормош темаһына ҡағылып торабыҙмы?(Гөлназға ипләп кенә күҙ һалам) Яңыраҡ ҡына кейәүгә сыҡҡанһың икән…
— «Никах ваҡыты етһә, кейәүгә сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың»-, тиҙәр бит. Минең дә тап шулай булды. Өфөлә үҙемде тик эш кешеһе буларак таныттым. Ә эш процесында һин ҡатын да түгел, ир ҙә түгел, һин — режиссер. Ә режиссер операторға ла ҡысҡырып ҡуя, водителға шелтәләй, геройҙар эҙләгәндә айырыуса ҡатылыҡ күрһәтә… Был осраҡта һин үҙең артынан нәзәҡәтле ҡатын-ҡыҙ образын һөйрәп йөрөй алмайһың. Шуға ла Өфөлә минең киноға барырлыҡ та кешем юҡ ине. Ә бында килгәс, тәүге тапҡыр дуҫтар компанияһына килеп эләктем һәм тап шунда үҙ йәремде осраттым. Күптән түгел законлы никахыбыҙҙы үткәрҙек.

— Үҙеңә оҡшаған һәм оҡшамаған сифаттарың.
— Мин бер ҡасан да үҙем менән риза булып ултырмайым. Бик ҡыҙыҡһыныусанмын. Был сифаттарым ике яҡлы — бер яҡтан миңә үҫешкә этәргес бирә, икенсе яҡтан ҡайһы саҡта был сифаттарым кәрәгенән артыҡ булып китә кеүек…

 

Осрашыу көнө — 2014 йылдың 7 ноябре.
Урыны — Мәскәү ҡалаһы «Джаганнат» кафеһы.
Һөйләшеү ваҡыты — 1 сәғ 35 минут.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.