Ирхан Иҙелбаев: Үҙ башың менән уйлап эш ит

Ирхан Иҙелбаев Ҡытайҙа тәржемәсе һөнәренә уҡып йөрөй: ҡытайҙан инглизсәгә һәм киреһенсә тәржемә итәсәк. Шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙә ҡытай (vk.com/lazychinese), япон (http://vk.com/lazyjapanese ) һәм корея (http://vk.com/lazykorean) телдәренә өйрәтеүсе төркөмдәрҙе алып бара. Был төркөмдәрҙә ҡулланыусыларҙың һаны 42 меңдән алып һәм күберәк. Бының менән генә сикләнмәй беҙҙең герой: Башҡортостандағы интернет-магазинда ситтән тороп эшләй. Ирхан беҙгә үҙенең Ҡытайҙағы беренсе тәъҫораттарын, сит илдән килгән студент алдында ниндәй ауырлыҡтар барлыҡҡа килеү мөмкин, шулар тураһында һөйләп бирҙе.Z9Y1-fhHcOM

ИРХАН ИҘЕЛБАЕВ.

Йәшәгән урыны: Пекин, Ҡытай.

Белеме: Beijing Language and Culture University (тәржемәсе: ҡытай – инглиз)

Яратҡан аш-һыуы: башҡорт, ҡытай, үзбәк кухняһы.

Девизы: Куберәк эшләргә!

 

 

 

ҠЫТАЙҘА УҠЫУ ТУРАҺЫНДА.

Ирхан, сит ил университетына уҡырға инеүе ауырмы? Бының өсөн нимә талап ителә?
Уҡырға инеүе ауыр түгел. Аҡса кәрәк. Тәү сиратта, уҡыу йортоноң сайтына инеп электрон почтаға хат яҙып, кәрәкле документтар һәм шарттар тураһында һорашырға, һуңынан тел буйынса HSK имтиханын тапшырырға. Документтарҙы почта аша, үҙегеҙ барып, йәиһә унда йәшәгән дуҫтарығыҙ аша  тапшыра алаһығыҙ.
Уҡырға инер алдынан мин Ҡытайҙа 2 йыл телде өйрәндем. Һөнәр һайлағанда япон-ҡытай теле тәржемәсеһе булырға мөмкинселеге бар ине, әммә мин ҡытай-инглиз телен һайланым.

Ҡытайға өйрәнеү, унда йәшәү өсөн ниндәй сифаттар талап ителә? Ниндәйҙер әҙерлек кәрәкме?
Алкоголь, наркотик һымаҡ насар ғәҙәттәрҙән ситтә торорға кәрәк. Ата-әсәләре яҡында булмағас, ҡайһы берәүҙәр бында килгәс насар юлға баҫа, айырыуса, 9-сы һәм 11-се синыфты яңы ғына тамамлағандар.

ҠЫТАЙҘАҒЫ ТОРМОШ.

Һинең Ҡытайҙағы иң беренсе тәъҫораттарың?
Иң тәүге кисерештәрем – ул Джеки Чан һәм Брюс Ли уйнаған фильмға килеп ингәп һымаҡ тойолдо.

Сит илдә ниндәй ауырлыҡтыр менән осрашырға тура килә? Һин уларҙы нисек еңеп сығаһың?
Ҡытайҙа һин тәү сиратта – ҡунаҡ, шуға күрә хоҡуҡтарың бик әҙ. Конфликтлы ситуацияларға инмәҫкә тырышырға кәрәк, хатта ҡытай кешеһе үҙе бәйләнһә лә. Нимә генә булмыһын, һин ғәйепле буласаҡһың. Тәүге көндәрҙә өйҙә өйрәнгән дарыуҙарҙың булмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙырырға мөмкин, әммә был осраҡта гуглға инеп уларҙың инглизсә исемдәрен ҡарарға, һуңынан Ҡытай википедияһынан табырға кәрәк. Үҙ-үҙегеҙҙе дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ, мотлаҡ рәүештә табипҡа күренегеҙ. Һәр бер дауаханала инглиз телен белгән кешеләр бар. Ә бына ҡалала йәшәү өсөн инглиз теленең файҙаһы юҡ, барыбер бик әҙҙәр генә аңлай, шуға күрә ҡытай телен белергә кәрәк. Тештәрҙе протезлау бында бик ҡиммәт, шуға күрә уларҙы һаҡлағыҙ.

tGVWATm1jjo

Ҡытайҙар сит ил халыҡтарына ниндәй ҡарашта?
Пекиндың үҙәгендә һәм талиптар йәшәгән райондарҙа ҡытайҙар сит ил кешеләрен күреп өйрәнгәндәр, ә бына Пекиндан алыҫыраҡ райондарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙан ҡасып булмай. Йыш ҡына бәләкәй балалар алыҫтан уҡ бармаҡ менән төртөп: «Әсә-әй, ҡара әле, лаовааай (сит ил кешеһе)», — тип ҡысҡыралар.
Бөтә ҡытайҙар ҙа бер иш түгел. Улар барыһы ла төрлө-төрлө, күптәре – ҡыҙыҡһыныусан һәм изге күңелле. Мәҫәлән, ябай таксист һинең кем икәнең, ҡайҙа йәшәүең, нисә йәш, ҡайҙан килдең, нимә оҡшай, ата-әсәйең ҡайҙа эшләй, нимә менән шөғөлләнәһең, нисә йыл бындә йәшәйһең, исемең кем кеүек башҡа бик күп һорауҙар биреп, бик тыныс аралашырға мөмкин.
Минең дуҫтарым араһында Корея, Индонезия халыҡтары бар — бик яҡшы кешеләр. Рәсәй халҡына ҡытайҙар өйрәнгән, сөнки улар бында әҙ түгел. Хатта Ябаолу тигән урыҫ районы бар.

9EqF3QxVaXo

ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ ТУРАҺЫНДА.

Йәшәү кимәле тураһында һөйләп үтһәңсе. Аҙыҡ-түлектең, кейемдәрҙең сифаты нисек?
Ҡытай – Төнъяҡ Корея түгел, йәшәү кимәле яҡшы. Бөтә Ҡытай өсөн әйтмәйем, мин барлыҡ ҡалаларҙа ла булманым әле, әммә иң ҙур мегаполистарҙа һәм ауылдарҙа яҡшы йәшәйҙәр. Әбей-бабайҙарҙың пенсиялары юғары, улар үҙҙәренең һаулыҡтарын яҡшы ҡайғырталар. Парктарҙа, ишек алдарында иртәле-кисен улар бергәләшеп бейейҙәр йәки физик күнекмәләр яһайҙар.
Балалар бик иркә, сөнки Ҡытайҙа «Бер ғаилә – бер бала» тигән программа эшләп килә. Яңыраҡ ҡына үҙгәрештәр инде: әгәр ата-әсәһе ғаиләлә бер генә бала булып тыуған икән, тимәк улар икенсе бала тыуҙырырға мөмкин.
Һөт кухняла бер ай ятһа ла иҫкермәй, йәшелсәләрҙең размерҙары ҙур, ит һәм балыҡтыҡы шулай уҡ. Сифатлы аҙыҡты ла табырға мөмкин, әммә аслыҡ йылдарынан һуң ҡытайҙарҙың ГМО-ға иҫтәре китеп бармай. Мин дә аптырамайым, сөнки бында бик күп төрлө-төрлө ят тәмлекәстәр табырға була. Бөтә донъя Ҡытай кейемен кейә, шуға күрә сифат тураһында һөйләп тороуҙың кәрәген күрмәйем.

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ЯҠЫНДАРЫ ТУРАҺЫНДА.

Ирхан, сит илдә тыуған телде һаҡлап буламы? Башҡорт моңон юҡһынмайһыңмы?
Минең дуҫтарым араһында ҡаҙаҡтар һәм үзбәктәр бар, шуға күрә телде ономайым. Башҡорт ҡыҙҙары етмәй. Башҡорт моңон тыңларға интернет ярҙам итә.

Яҡындарыңды, Рәсәйҙе, тыуған йортоңдо һағынаһыңмы?
Беренсе йыл бөтәһе лә һағына, һуңынан өйрәнеп китәбеҙ. Әлбиттә, һеңлеләремде һағынам. Бәләкәсенә, икенсе синыфты тамамлауына ҡарамаҫтан, минең өсөн һаман 5 йәш һымаҡ.

Үҙеңдең тамырҙарың тураһында һөйләп үтһәңсе.
Мин – таҙа башҡорт. Атайым Өфөнән, ҡартатайым Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан, нәнәйем – шағирә, Әлшәй районы, Сарыш ауылынан. Әсәйем – Йылайыр районы, Юлдыбай ауылыныҡы. Әсәйем яғынан ҡартатайым яҙыусы Әбсәләмов Мөслим Бәхтийәр улы ла Юлдыбайҙан, ҡартейем – Асҡын районы Солтанбәк ауылынан.

ГЕРОЙҘАР, КИЛӘСӘК, ХЫЯЛДАР ТУРАҺЫНДА.

Ирхан, һин кемдән өлгө алаһың, һинең өсөн кем герой?
Минең атайым.

Һин үҙеңде киләсәктә ҡайҙа күрәһең? Бәлки икенсе ҡалала йәки илдә?
АҠШ-та йәшәп алырға теләгем бар.

9MK3WBbVckw

Нимә тураһында хыялланыһың? Маҡсатың?
Тормошҡа ашырлыҡ хыялым – стратосферанан парашют менән һикереү, тормошҡа ашмаясаҡ – Боронғо Ҡытайҙы үҙ күҙҙәрем менән күреү. Ә маҡсатым – АҠШ-та яҡшы бизнес менән шөғөлләнеү.

Ирхан, буш ваҡытыңда нимә менән шөғөлләнәһең?
Йөҙөргә, велосипедта йөрөргә, сноубордта, тау саңғыһында шыуырға яратам, сит телдәр, социаль селтәрҙәге төркөмдәрем менән шөғөлләнәм. Сәйәхәт итәм – яңыраҡ Гонконгта булдым, һоҡланғыс ҡала, материктағы Ҡытайға һис тә оҡшамаған. Китаптар, бик күп китаптар уҡыйым, тик һуңғы 5 йылда тик электрон варианттарын. Мотоциклдар.

Сит илдә уҡырға теләгән егет-ҡыҙҙарға һинең теләктәрең?
Уҙегеҙҙең башығыҙ менән уйлағыҙ. Һеҙҙең артығыҙҙан берәү ҙә ҡарап торорға тейеш түгел.

 

Үҙ сиратымда мин Ирханға яҡшы уҡыу, проекттарының артабан да шулай уңышлы барыуын, алдына ҡуйған бөтә теләктәренең һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын ысын күңелдән теләйем!

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.