Усман Юнысов: Эшләп ҡарағыҙ, эшләп ҡарарға кәрәк, ҡурҡырға түгел!

Күңелеңә ятҡан һөнәрҙе табыу – еңел эш түгел. Ә һайлаған йүнәлешеңә бар көсөңдө һалып хеҙмәт итеү, ауырлыҡтар менән көрәшеү, тәү осраҡта үҙ-үҙеңде еңеү тағы ла ауырыраҡ. Бөгөнгө геройыбыҙ Усман Юнысов тап шундайҙар рәтенән. 
Бөгөнгө көндә ул Циалковский исемендәге Мәскәү авиацион технологигиялар интститутының 4 курсында белем ала, баш ҡалалағы башҡорт студеттары берләшмәһенең активисы булып тора,  интернетта үҙ проекттары өҫтөндә эшләй һәм үҙ аллы график дизайнын үҙләштерә.

ov8Mi20et8EУсман Юнысов
Йәшәү урыны: Мәскәү ҡалаһы.
Тыуған урыны: Хәйбулла урыны, Һаҡмар-Наҙарғол.
Нисә йәш: 21.
Яратҡан китаптары: Селинджер «Над пропастью во ржи», Р.Бикбаев «Минең Рәми».
Яратҡан фильмдары: «Боевой Конь», «Форест Гамп», «В погоне за счастьем», «Еңмеш».
Девиз: Эшләп ҡарағыҙ, эшләп ҡарарға кәрәк, ҡурҡырға түгел! (с) Касперский.

 

Усман, Мәскәүҙә белем алыуың – баласаҡ хыялымы әллә шулай килеп сыҡтымы?
Ысынын әйткәндә, мәктәптә уҡығанда мин Өфөләге авицион университетҡа барырға планлаштыра инем. Ул ваҡытта Мәскәүҙә уҡыу тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял һымаҡ күренә торғайны… Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса 2011 йылдың йәйендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаһында белем алыусы Башҡортостандан студенттар һәм аспирантттар Ассоциацияһының активистары менән танышырға насип булды.  Улар миңә Мәскәү тормошо тураһында ентекле итеп аңлатып бирҙе. Мин баш ҡалала йәшәү беҙ күҙ алдына килтергәнсә ныҡ ҡиммәт һәм ауыр түгел икәнен аңланым.  Өфөләге вузға уҡырға инергә балдарым етә ине, әммә мин баҙнат итергә булдым. Һайлауым тураһында һис үкенмәйем – Мәскәү миңә өр-яңы донъя асты.

Һин наноинженерға уҡыйһың  – беҙҙең ил өсөн ят өлкә…
Ысынлап та, Рәсәйҙә был өлкә сит илдәрҙәге кеүек яҡшы үҫешмәгән. Ҡағиҙә булараҡ, беҙҙең ил әҙер технологияларҙы үҙләштерә. Шуға күрә, яҡшы наноинженер булыу өсөн, инглиз телен белеү мотлаҡ. Бөгөнгө көндә был мәсьәлә минең өсөн иң тәүге урынды биләй.

Йәмғиәт эшмәкәрлелегең тураһында ла һөйләп үтһәң ине.
Беҙҙең Ассоциация үткәргән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып киләм. Был миңә дуҫтар һәм фекерҙәштәр табырға ярҙам итә. Ҙур һәм дуҫ команданың ағзаһы булыу – минең өсөн ҙур бәхет.
Бала-саҡтан ҡурайҙа уйнайым. Мәскәүгә килгәс, был һөнәр миңә башҡаса кәрәкмәҫ тип борсолғайным. Әммә баш ҡалалала минең кеүек ҡурайҙы үҙ итеүселәр күп булып сыҡты. Ниндәйҙер бер мәҙәни сарала беҙ бергәләп сығыш яһарға баҙнат иттек…Һәм бик уңышлы килеп сыҡты. Артабан «Саптар» тип аталған ансамбль яһарға ҡарар иттек. Әлеге көндә беҙ үҙебеҙ үткәргән генә түгел, ә Мәскәү кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ла башҡорт халҡы исеменән  әүҙем ҡатнашып киләбеҙ.
Qh6GTN_NH-8

Интернет селтәрендәге эшмәкәрлегең тураһында бәйән итһәң ине.
Мине компьютер йә информацион технологиялар менән бәйле барлыҡ нимәләр ҡыҙыҡһындыра. Бына өсөнсө йыл махсус программаларҙа музыка ижад итәм. Бихисап башҡорт репперҙары йырҙарына минустарҙы тап минән яҙҙырталар.
Күптән түгел график дизайн менән ҡыҙыҡһына башланым. Бөгөнгө көндә был темаға арналған төрлө әҙәбиәт уҡыйым, профессионалдар менән кәңәшләшәм. Хатта үҙенсәлекле практика ла башланым – төрлө саралар өсөн афишалар эшләйем.
Шулай уҡ Вконтакте селтәрендә уңышлы эшләп килгән бер нисә башҡорт группаларының админы булып торам. Уларҙы мин үҙенсәлекле контент менән тултырырға тырышам. Минең беренсе тәжрибәм булып «Башҡортса Рэп» төркөмө булды. Әлеге ваҡытта ул башҡорт репперҙарының аралашыу майҙанына әүерелде.
Иң уңышла проект тип «Музыка Һүнмә»-не билдәләп үтер инем. Ул былтыр «Йәшлек Шоу-2013» конкурсында «Иң яҡшы группа» номинацияһында еңеү яуланы.

Белеүем буйынса, интернет-проекттар һиңә килем килтермәй. Бындай шарттарҙа һиңә нимә этәргес булып тора?
Әлегә килтермәй, әммә киләсәктә был хәл үҙгәрер тип өмөтләнәм. Ә әлегә мин бының менән оҡшаған өсөн шөғөлләнәм.

Нисек итеп интернетта яңы технологияларҙы үҙләштерәһең?
Интернет – йәнең теләгән мәғлүмәтте табыу өсөн уникаль майҙан. Уның менән дөрөҫ итеп ҡуллана белеү генә кәрәк. Үҙемә килгәндә мин видео-дәрестәр ҡарайым, төрлө материалдар уҡыйым, социаль селтәрҙәрҙә был өлкөлә уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән аралашам.

Ҡыҙыҡһыныуҙарың…
Күңелем һәр саҡ музыкаға тартыла. Әлеге көндә гитараны үҙләштерәм. Каникулда, өйҙә булғанда атайымдың гармонында уйнарға өйрәнәм. Шулай уҡ уҡырға яратам.

Әйткәндәй, бөгөнгө көндә нимә уҡыйһың?
Әле дуҫымдың кәңәше буйынса йәмғиәт эшмәкәре Николай Стариковтың «Национализация рубля» исемле китабын уҡыйым. Иҫ киткес китап, үҙем өсөн күп яңы мәғлүмәт таптым. Параллель рәүештә Говард Шульцтың Старбакс кофейняһының барлыҡҡа килеүе тураһындағы китабын уҡыйым. Ғөмүмән, миңә бизнес тураһында әҙәбиәт бик оҡшай.
Шулай уҡ башҡорт классиктарың әҫәрҙәрен үҙ итәм. Әммә беҙҙең яҙыусыларҙың китаптарын республиканан ситтә табыуы еңел түгел, ә электрон вариантта улар юҡ тиерлек.

NRvSMWDaD44

Әгәр һин көтмәгәндә ҙур байлыҡҡа юлыҡһаң, нисек тотонор  инең?
Ҙур өлөшөн ата-әсәйемдең һаулығын нығытыуға, сәйәхәт итеүҙәренә бүлер, ә ҡалған аҡсаһына үҙемдең бизнесымды асыр инем. Әйткәндәй, мин быларҙы ҙур байлыҡ тапмаған осраҡта ла эшләргә йыйынам.

Ниндәй ҡалала йәшәргә теләр инең?
Бар донъяны урап сығығыҙ, әммә тыуған ерҙән дә яҡыныраҡ ерҙе тапмаҫһығыҙ. Тап шуға ла мин киләсәктә Өфөлә йәшәргә теләр инем.

Идеаль ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?
Идеаль кеше булмай — кем һине ниндәй барһың шулай итеп яратҡан, шуның ҡәҙерен белер кәрәк.

20 йылдан үҙеңде ниндәй итеп күрәһең?
Яратҡан һөнәре булған, бар яҡлап азат, уңышлы ир, бәхетле атай тип күҙ алдыма килтерәм.

Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.