Гөлназ Йосопова: Бәхет – ул үҙеңде тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә тулыһынса асыу.

Бөгөнгө мәҡәләбеҙ үҙенең ғаиләһе менән Германияла донъя көтөүсе башҡорт ҡыҙы Гөлназ тураһында. Ул эшләй һәм үҙенең яратҡан шөғөлө – ҡыйбатлы металлдарҙан биҙәүестәр эшләргә лә ваҡыт таба. “Һылыуҡай” республика гүзәллек конкурсында 2006 йылда ҡатнашып, 2-се урын яулағайны. “Мин башҡортмон һәм был минең булмышымды билдәләй”, — тине ул ғорурлыҡ менән.DSC_0397-2

ГӨЛНАЗ ЙОСОПОВА
Ҡала: Ульм, Германия.
Тыуған ере: Күмертау, Башҡортостан.
Йәше: 29.
Белеме: Башҡорт дәүләт аграр университеты (аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты, инженер-технолог), Вайнштефан ғәмәли фәндәр университеты (Германия).
Эшмәкәрлек өлкәһе: Германиянан Көнсығыш Европа һәм элекке БДБилдәренә ауыр техника, запас частар һәм ҡорамалдар һатыусы компанияла экспорт буйынса менеджер.
Яҡшы тәьҫорат ҡалдырған китаптар: Һуңғыларҙан: Робин Норвудтың “Артыҡ ныҡ яратыусы ҡатындар”ы, Елизабет Гилберттың “Аша, доға ҡыл, ярат”, Вадим Зеландтың “Ысынбарлыҡ трансерфингы”, шулай уҡ Солженицындың “Беренсе түңәрәктә”, Лев Толстойҙың “Анна Каренина”, Булгаковтың “Оҫта һәм Маргарита”, Набоковтың “Лолита”, Myron Levoy “Der gelbe Vogel” (“Һары ҡош”), Замятиндың “Беҙ”, З.Биишеваның  “Яҡтыға” китаптары.
Яратҡан әҫәрҙәрҙән юлдар: “Бөтә ғаиләләр ҙә берҙәй үк бәхетле…”
“Кешелек, тарихтың бөтә дауамында ни бары ике һорауға яуап табырға тырышҡан: “Һин мине яратаһыңмы?” һәм “Кем баш?”. Ҡалған барыһы ла беҙҙең хәлебеҙҙән килә. Әммә был ике проблема – мөхәббәт һәм контроль – бер кемде лә битараф ҡалдырмай, беҙ уларға эләгәбеҙ һәм һуғыштар, бәхетһеҙлектәр, ҡайғылар тыуҙырабыҙ.”
“Бөтә кешеләр ҙә деградацияға һәм үҫешкә бер тигеҙ потенциал менән тыуа. Ҡараңғылыҡ һәм яҡтылыҡ элементтары һәр кешелә бар, ҡайһыныһы  өҫкә сығыуы кешенең үҙенән (йәмғиәттән, ғаиләнән) тора. Ер шарында барған аҡылһыҙлыҡтар кешенең үҙ донъяһында тигеҙлек таба алмау һәләтенән килә. Һөҙөмтәлә, беҙ шәхси һәм коллектив кимәлдә нимә эшләгәнен белмәгән кешеләргә әйләнәбеҙ”.
“Яңғыҙлыҡтан ҡурҡҡан кешеләрҙә бәхет килеп сыҡмай, сөнки эске гармонияһыҙ ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү ҡыйын: барыһы ла аҙ. Һиңә нимәлер биреп етмәгән кеүек тойғо уяна: аҡса, мәғлүмәт, йылылыҡ, хәстәр… Етмәй һәм вәссәләм! Үҙеңдең бушлығыңдан, эшһеҙлектән һәм үҙ юлың булмауҙан төпһөҙ упҡынға әүереләһең, эштәреңде, кәрәк булған өсөн генә, йөрәк һалмай башҡараһың”.
Тормош девизы: «Булдыра алам тип уйлайһың икән – һин хаҡлыһың, булдыра алмайым тип уйлайһың икән – был юлы ла хаҡлыһың».
Донъялағы иң яҡшы урын: Мальдив утрауҙары. Туй сәйәхәтен шунда үткәрҙек. Балалар бер аҙ үҫһә, тағы ла шунда юлланырға теләйбеҙ.

rUMECcxW3Ec

Гөлназ, һин нимә менән шөғөлләнәһең? Белеүемсә, биҙәүестәр яһайһың. Был яратҡан шөғөлмө, әллә төп эшеңме?
Был шөғөл генә. Ювелир биҙәүестәрен яратам. Был минең көсһөҙ яғым. Эшем буйынса йыш ҡына Кавказда булам, беҙҙең төп клиентыбыҙ – ундағы алтын табыусы компания. Тап шунда урындағы көмөштө үҙем өсөн астым. Этник биҙәүестәрҙе, төҫлө таштарҙы яратам – Көнсығыш тамырҙарым һиҙелә. Тәүҙә үҙемә һатып ала торғайным, артабан әхирәттәрем минән күреп һорай башланы, заказ бирәләр. Хәҙер “Бәйләнештә” сайтында  махсус каталогым да бар, бәлки онлайн-шопҡа ла барып етермен.
Төп эшем, әйтеп үтеүемсә, Европанан БДБ илдәренә сауҙа һәм экспорт. Мин үҙемдең эшемде бик яратам, уның ярҙамында төрлө кешеләр менән төрлө телдәрҙә аралашам, төрлө илдәргә командировкаға йөрөйөм, әһәмиәтле кешеләр менән танышам. Оҡшаш эш өлкәләре менән таныша башлайһың: логистика, транспорт ташыу, донъя иҡтисады. “Тәмле” заказдар ҙа була – туңдырма етештереү йәки колбаса цехы ҡорамалдары, “күңеллеләре” лә осрай – коллегаларым менән бөтә Европа буйлап бер көнлөк себештәрҙе урындан-урынға күсереүсе  контейнерҙар эҙләйбеҙ. Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ ҙур: транспорт декларацияларын һәм башҡа документтарҙы дөрөҫ төҙөүөбеҙҙән тауарҙарҙың сик аша сығыу-сыҡмауы тура бәйле.

DSC_0384-3

Нимәлер эшләргә кем һине илһамландыра?
Ирем, ҡыҙыҡһыныуым, ғаиләм, танылыу, ҡайһы саҡ самаһыҙ ихтыяждар, мине һоҡландырған кешеләр – төрлө ваҡыт төрлөсә.

Германияла ҡул эше нисек баһалана?
Ҡул эштәрен бында бик ҡиммәт баһалайҙар, күлдәк тегеү йәки диуар буяу булһынмы, бындай хеҙмәт ҡиммәт тора. Әйткәндәй, биҙәүестәрем немец ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыҙыҡһындырмай. Улар өсөн биҙәүестәрем бигерәк сағыу, бигерәк күп. Минең клиенттарым – башҡорттар, украиндар һәм рустар.

Матурлыҡ тураһында бер нисә һүҙ. Был һүҙ һиңә нимәне аңлата? Ниндәй кешене һин матур тип атар инең?
Тышҡы матурлыҡ тураһында һүҙ барғанда, пропорцияларҙың (тән, йөҙ) һәм төҫтәрҙең гармонияһы, уңышлы һайланған кейем, прическа, яғымлы тауыш, атлап йөрөү. Эске матурлыҡҡа килгәндә, минеңсә, изгелек, башҡа кешеләргә, балаларға, ололарға ҡарата яғымлы булыу, позитивлыҡ, ҡыйыулыҡ, /нәзәкәтлек, башҡаларға ҡарата негативтан һәм ҡара көнләшеүҙән азат булыу һ.б. матурлыҡ һанала ала. Ике билдәләнеш тә бер кешелә булһа, бигерәк тә яҡшы. Әммә тышҡы матурлыҡ йылдар менән юғала, баналь булһа ла, эске матурлыҡ өҫтөнөрәк.

Замана ҡыҙының тышҡы ҡиәфәте ниндәй булырға тейеш?
Әлбиттә, үҙен тәрбиәләп тотҡан, урынлы, ваҡытлы, йәшенә ҡарап килешле кейенгән, тән ауырлығын һәм телмәрен күҙәткән булырға тейеш. Миңә оҙон буялған тырнаҡтар, артыҡ макияж, силикон һәм манералыҡ оҡшамай.

Һиңә нимә мөһимерәк – ғаиләме, карьерамы?
Төрлө ваҡытта төрлөсә яҙыр инем: йәш саҡта – карьераға, кейәүгә сыҡҡас та – ғаиләгә өҫтөнлөк бирер инем. Хәҙер икеһен дә бер тигеҙ алып барыу үҙем өсөн мөһим икәнлеген аңлайым. Ғөмүмән, бәхет – тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә үҙеңде аса алыу.

Гөлназ, сит илдә йәшәргә бала саҡтан уҡ хыялландыңмы?
Юҡ, әммә сәйәхәт итергә хыялландым.

Германиялағы тормош тураһында бер аҙ һөйләп үтһәңсе.
Германияла барыһы ла икенсе төрлө. Миңә урындағы бар нәмәләге тәртип оҡшай: урам, юлдар һәм ҡырҙарҙын башлап, документтарҙы алып барыуға тиклем. Бөтәһе лә һаулыҡ һораша, йылмая, емерек йөҙлө кешеләрҙе осратмаҫһың тиерлек. Медицина, белем биреү бөтөнләй икенсе кимәлдә. Илдең ҡайһы мөйөшөндә лә – цивилизация. Ҡатын-ҡыҙҙарға мөғәмәлә икенсе төрлө. Немецтар, ғөмүмән, икенсе төрлө кешеләр. Улар эшсән, бик күп эшләйҙәр. Икенсе донъя һуғышынан һуң Германия емерек хәлдә булһа, әммә шул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә донъя параметрҙарына тап килерлек юғары кимәлдәге ил итеп күтәрҙеләр. Икенсе яҡтан ҡарағанда, улар аҙ ял итә һәм күңел аса. Ҡапыл ғына киноға ла бармайҙар, мотлаҡ планлаштырырға кәрәк. Ҡунаҡҡа килер булһаң, ваҡыт арауығын теүәл итеп ике аҙна алдан уҡ әйтеп ҡуясаҡтар. Әхирәттәрем менән берәй ергә барырға булһам, улар блокноттарын сығара һәм буш ваҡыт эҙләй башлай. Тағы ла немецтар зарланырға ярата, сәбәп булмаһа, тәбиғәт торошона булһа ла. Уларҙың һөйләшеү манераһы шундай.

H6tqscFVQxU

Сит илгә күскәндән һуң нимә үҙгәрҙе?
Барыһы ла, моғайын. Минең күсенеүем тормошомдағы мөһим ваҡиғаға – университет тамамлау осорона тура килде. Яңы университет, яңы дуҫтар, икенсе менталитет, икенсе тормош…

Тыуған илеңде һағынаһыңмы? Бик ныҡ ҡайтырға теләгән минуттарың буламы?
Әлбиттә, һағынам! Әсәйемә, туғандарыма шылтыратам, башҡорт йырҙарын тыңлайым, өйҙә балаларым менән башҡорт бейеү көйҙәренә бейейем, бишбармаҡ, манты, сәк-сәк бешерәм. Йәки Башҡортостанға осам.

Киләсәктә ҡайҙа йәшәргә ниәтләйһең?
Әлегә Германияла. Әле балаларым бәләкәй, алыҫҡа китә алмайым. Икенсе юлдар төҙөйөм. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы янындағы киске мәктәптә бухгалтер иҫәбен һәм аудитты өйрәнәм. Миңә бухгалтерия эше бик оҡшай. Өйҙә ултырып эшләп, ғаиләм янында оҙағыраҡ булыу мөмкинлеген эҙләйем.

Гөлназ, ғаиләң тураһында ла һөйлә әле.
Кейәүҙәмен, бер тиҫтер ике балабыҙ бар – малай һәм ҡыҙ. Кешеләр, игеҙәк түгелдәрме, тип һорай. Тағы ла әсәйем һәм ағайым бар, уларҙы ныҡ һағынам. Атайым бер йыл элек вафат булып ҡалды… Үҙеңдең балаларың тыуғас, ата-әсәйеңде нығыраҡ аңлай башлайһың. Бына атайым менән ултырып һөйләшкем, бала сағымды, олатай-өләсәйемде иҫкә алғым килә, ә ул инде юҡ…

Киләсәккә пландарың?
Күп! Башҡортостанда фирмабыҙҙың филиалын булдырырға теләйем.  Йылдан аудиторлыҡ менән шөғөлләнеп, үҙемә эшләргә ине. Бәлки, өсөнсө бала тыуҙырырбыҙ.

UylEyn1ixgk

Нимә тураһында хыялланаһың?
Һәр кеше кеүек үк, ябай нәмәләр тураһында… Ирем янында ҡартайырға, балаларымды бәхетле, һау-сәләмәт, уңышлы  итеп, әсәйемде сәләмәт итеп күрергә, дуҫтарым һәм туғандарым гел янымда булыуҙарын күрергә хыялланам.

Ватандаштарыбыҙға ниндәй теләктәрең булыр?
Уҡырға, үҫешергә, донъяға ҡарашты киңәйтергә һәм был эште бөтә ғүмер буйы дауам итергә. Йығылғанһың икән, торорға һәм артабан атларға. Әҙерәк мыжырға, күберәк эшләргә. Аҡылың һәм йөрәгең менән дуҫ булырға. Кешеләргә ярҙам итергә. Үҙеңде һәм яҡындарыңды наркотиктарҙан һаҡларға һәм алкоголь менән мауыҡмаҫҡа.
Ятҡан таш аҫтына һыу аҡмай. Эшләргә, күңелеңә ятҡан шөғөл табырға кәрәк. Үҙеңде бәхетле итһәң, яныңдағы кешеләр ҙә бәхетле буласаҡ. Тамырҙарыңды онотмаҫҡа. Был иҫ киткес көс өҫтәй. Мин башҡорт ҡыҙы һәм был – минең булмышым.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.