Урал Яҡупов: Үҙең булып ҡал!

Владивосток ҡалаһында Японияны өйрәнеү факультетында уҡып йөрөүсе Урал Яҡупов бер нисә тапҡыр Японияла стажировкала булған. Сит илдең телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү егеткә үҙ шәжәрәһен, халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә этәргес биргән.

Гөлназ Ғәлимуллина: Яҡташтарым менән тик башҡортса ғына һөйләшәм.

«Яҡташтарым менән тик башҡортса ғына һөйләшәм, — тип һүҙ башланы Гөлназ Ғәлимуллина, — әгәр үҙебеҙҙең телебеҙҙә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул?». Һүҙһеҙ килешәм, шулай ҙа «Беренсе» каналда эшләп йөрөүсе, Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сараларҙа киң танылыу тапҡан режиссерҙан бындай … Читать далее

    Усман Юнысов: Эшләп ҡарағыҙ, эшләп ҡарарға кәрәк, ҡурҡырға түгел!

    Күңелеңә ятҡан һөнәрҙе табыу – еңел эш түгел. Ә һайлаған йүнәлешеңә бар көсөңдө һалып хеҙмәт итеү, ауырлыҡтар менән көрәшеү, тәү осраҡта үҙ-үҙеңде еңеү тағы ла ауырыраҡ. Бөгөнгө геройыбыҙ Усман Юнысов тап шундайҙар рәтенән.  Бөгөнгө көндә ул Циалковский исемендәге Мәскәү авиацион … Читать далее

    Ирхан Иҙелбаев: Үҙ башың менән уйлап эш ит

    Ирхан Иҙелбаев Ҡытайҙа тәржемәсе һөнәренә уҡып йөрөй: ҡытайҙан инглизсәгә һәм киреһенсә тәржемә итәсәк. Шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙә ҡытай (vk.com/lazychinese), япон (http://vk.com/lazyjapanese ) һәм корея (http://vk.com/lazykorean) телдәренә өйрәтеүсе төркөмдәрҙе алып бара. Был төркөмдәрҙә ҡулланыусыларҙың һаны 42 меңдән алып һәм күберәк. … Читать далее

    Ринат Камалов: Киләсәк мәҙәниәтебеҙҙең кирбестәрен беҙ бөгөн һалабыҙ

    Бөгөн Ринат өс ҡала менән тығыҙ бәйләнештә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең геройыбыҙ төрлө урындарҙа йәшәргә һәм эшләргә өлгөрә. Өҫтәүенә: “Теге-йәки был өлкәлә мин үрнәк итеп ҡуйған кеше эшләгән эштең йөҙҙән бер өлөшөн дә эшләмәгәнмен”, –  ти. Ә минеңсә, күптәр Ринатҡа тиңләшергә … Читать далее

    Миләүшә Сарьянова-Ларгаша: Үҙем ситтә йәшәһәм дә, күңелем — тыуған илемдә.

    Бразилияла үткән футбол буйынса донъя чемпионатын бөтәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Рәсәй йыйылма командаһының голдарына ҡыуандыҡ, улар артабан үтә алмағас, матур футбол менән һоҡланыуҙы дауам иттек. Беҙгә тарихҡа инәсәк матчтарҙы күреү бәхете тейҙе! Шул осорҙа миңә бөйөк матчтарҙы үҙ … Читать далее

    Ринат Биктуғанов: Уҡы, ҡыбырла, тормошҡа ҡыуан!

    Әлеге көндә Норвегияла йәшәүсе Ринатты күптән беләм. Ул һәр саҡ асыҡ йөҙлө, мөләйем, изге күңелле егет. Ринат тырыш һәм маҡсатына ирешеүсән, бер урында тик тормай — эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә, белемен һәр саҡ камиллаштырып тора. Беҙҙең геройыбыҙ үҙенең киләсәген … Читать далее