Кескәйҙәр өсөн  яңы тамаша йәки ололарға әйтер һүҙҙәр

размещено в: Анонс (2) | 0

Nk4Rs-dYqC0

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ошо көндәрҙә яңы спектакль премьераһы бара.  Ул да булһа, Астрид Линдгрендың әҫәре буйынса ҡуйылған “Бәләкәс һәм Карлсон”*. Алдан ҡарап өлгөргәс, был сағыу тамаша кескәйҙәргә лә, ололарға ла хуш килер тип ҡыйыу рәүештә әйтә алам, һәм барығыҙға ла барып, үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп ҡайтырға кәңәш итәм…

Барығыҙға ла таныш Бәләкәстең тормошо хәҙерге ғаиләне хәтерләтмәйме?

“Атай командировкала, әсәй гел өй эштәре менән булыша…миңә күңелһеҙ, мин бер үҙем”-тип зарлана ул.
Заманаһы шулай, беҙ гел ашығабыҙ, бер эштән икенсеһенә сабабыҙ. Ошо тормош шауҡымында бер үҙе тороп ҡалған бала хас та ошо Бәләкәс һымаҡ. Яңғыҙлыҡ тойған малай иҫ киткес мажараға тарый- яңы дуҫ уға тәҙрә аша осоп килеп инә. Шуҡ һам шаян Карлсон,  бәләкәс кенә булһа ла, “типһә-тимер өҙөрҙәй ир икән”! Етмәһә, ҡыйыҡ башында йәшәй!

-Нисек инде ҡыйыҡ башында?!

-Ә нимә? Кешеләр ҡайҙа теләй, шул ерҙә йәшәй алмайҙармы ни?!
Быныһы инде беҙҙең башыбыҙҙа булған сиклектәр. Нисек өйрәнгәнбеҙ, шулай һәүетемсә йәшәйбеҙ. Бәлки ҡыйыҡ башы-һин күптән күрергә хыялланған яңы ил, йәки яҡында ятҡан, әммә гел һылтау табып бара алмаған ҡалалыр…

KtUgGH3Lv74

Система мөһим!-ти хужабикә булып ялланған Фрекен Бок
Әлбиттә, мөһим, хәҙер  система, реорганизация, глобализация, модернизация һ.б. тип барыһының да иҫе китә.  Әммә йөрәкте йөрәк менән генә дауалап булғанын ваҡытында иҫләргә кәрәк түгелме һуң?

Әгәр ҙә әйбер һиндә яҡты иҫтәлектәр тыуҙырмай икән, уның хаҡы-бер тин! Бына был минең яратҡан ботинкаларымдың табаны. Эх, улар шундай уңайлы ине!
Күҙҙәр шундай томаланған, әйберҙәр  ҡәҙерен юғалта бара… Ул-был нәмәгә иҫ тә китеп бармай. Бер дуҫым әйтмешләй: “Әйберҙең нисә һум тороуы түгел, ә һинең уны ипле, бөхтә йөрөтөүең мөһим”. Һәм мин уның менән тулыһынса килешәм…

 

fom_pAq2i5s

Ололар бары тик шаҡы-шоҡо тураһында уйлайҙар… Уларға фатир, машина, аҡса мөһим…хатта йондоҙҙар тураһында оноттолар…
Ҡайҙа ашығаһығыҙ! Туҡтағыҙ! Тирә-яҡ шунда йәмле, бына әле ҡар ирей, күләуектәр аға…Бар донъя ҡышҡы йоҡонан уяна! Ә һеҙ һаман сабаһығыҙ! Донъяла иң мөһим нәмәләрҙе һатып алып алып булмай, шуны гел онотабыҙ түгелме?
Беҙ бөтәбеҙ баласаҡ иленән… Иҫләгеҙ әле! Донъя шундай ҙур, ҡыҙыҡ һәм асылмаған серҙәр дарьяһы һымаҡ тойола ине… Һәр беребеҙҙә ҡасандыр яңы мөғжизә күреп аптыраулы һәм һоҡланған күҙҙәрен төбәгән кескәй бала йәшәй…  Бәлки ошо донъяға ҡарата эскерһеҙ ҡарашты  үҙеңдә һаҡлап ҡалыу мөһимдер?!

Егор, 11 йәш
Миңә Карлсон оҡшаны, сөнки ул шаян, ә Бәләкәсте мин йәлләйем, сөнки уға күнелһеҙ, ул бер үҙе.

Аня, 6 йәш
Спектакль миңә ныҡ оҡшаны. Карлсон матур, изге, шаян! Оса белә! Фрекен Бок уҫал иң башта булды, сөнки ул Бәләкәсте тәрбиәләй ине, аҙаҡ үҙе да бәләкәс сағында Карлсон менән уйнағанын иҫләгәс, йыуашланып китте.

Семен, 9 йәш
Мин Ҡурсаҡ театрына йыш йөрөйөм! Был миңә оҡшаны! Алай ҙа Карлсон осоп килде! Ул шундай фантазер!

___________
*йәки “Карлсон әйләнеп ҡайтты”

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.