Фаил Илембәтов: «Көлгә күмһәләр, көлөп сығығыҙ, балсыҡҡа батырһалар, балҡып сығығыҙ!»

Үҙ районымдың егет һәм ҡыҙҙарын айырыуса ниндәйҙер бер ғорурлыҡ, ҡыуаныу хисе менән яҙам. Бөгөнгө мәҡәләм геройы — Башҡортостандың иң «төпкөл» райондарының береһе булып һаналған сал ҡылғанлы дала егете — ябайлығы, ихласлығы менән үҙенә йәлеп итә.

nXlArb6VlccФАИЛ ИЛЕМБӘТОВ

Йәше: 24.
Йәшәү урыны: 
Мәскәү.
Тыуған ере:
Хәйбулла районы Әбеш ауылы.
Белеме:
Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-тикшеренеү университеты.
Тормош ораны: «Көлгә күмһәләр, көлөп сығығыҙ, балсыҡҡа батырһалар, балҡып сығығыҙ!»

 

Фаил, ябай ауыл егетен Мәскәү ҡалаһы нисек ҡаршы алды?
Баш ҡала мине яҡшы ҡаршы алды, алдан уҡ үҙемде был һынауҙарға әҙерләгәйнем. Мәктәптән һуң Аҡъяр тау колледжында белем алғанға, ят ерҙә уҡыуға күнегеп китеүе еңел булды.

Сит ерҙә үҙеңдә ниндәй яңы һыҙаттар астың?
Тәү сиратта, донъяға ҡараш үҙгәрҙе. Ауыл тормошо менән ҡала араһында айырма бик ҙур. Ауыл кешеһе үҙ көнө, көндәлек ығы-зығыһы менән үҙ яйынса йәшәй, ә шаулы ҡалала бөтәһе лә ҡайҙалыр ашыға, туҡтарға ваҡыт та юҡ. Бер минутҡа донъяңды онотоп туҡтаныңмы—һине тапап үтәсәктәр.

Минең ҙур ҡыуанысым, ҡаҙанышым булып «Номерной» тип аталған тарихи докуметаль фильмда төп ролде башҡарыуым булды. Баш ҡалаға килеп, илебеҙҙең беренсе телеканалына эләгермен тип уйлағаным да булмағайны.

Ә нисек төп ролгә эләктең? Фильм нимә тураһында?
Был документаль фильм серле бер кинооператор тураһында. Ул тәүгеләрҙән булып атом бомбаһы шартлауын, космонавт Юрий Гагаринды төшөрә, шулай уҡ Көнсығыштың беренсе ракеталар конструкторы, баш инженер Королев менән дә эшләй. Был төп ролгә уйламаҫтан килеп эләктем. «Номерной» фильмының режиссеры Гөлназ Fәлимуллина мине шул кинооператорҙың йәш сағына оҡшата һәм минең менән бәйләнешкә инде. Шулай итеп төп ролдә төшөү бәхете миңә насип булды. Ни өсөн «Номерной» тип һорарһығыҙ. Сөнки ул ваҡытта уларға исем урынына номер биргәндәр һәм үҙҙәренең эше тураһында 40 йыл дауамында бер кемгә лә һөйләмәҫкә вәғәҙә биреп приказға ҡул ҡуялар.

jbL1ipZoQDk

Гел уҡып ҡына ултырып булмай. Уҡыуҙан тыш ниндәй сараларҙа ҡатнашаһың?
Күптәр белеүенсә, Мәскәү ҡалаһына уҡырға ингән Башҡортостан йәштәренең ассоциацияһы 6-сы йыл уңышлы эшләп килә. Унда беҙ төрлө спорт уйындары, мәҙәни саралар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, форумдар ойоштороп торабыҙ. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһында Башҡорт КВН-ы уҙғарылды. Йыл һайын командалар һанының артыуы, алыҫ тарафта йәштәрҙең үҙ теленә битараф булмауы, әсә телендә аралашыуы беҙҙе ҡыуандыра. Тыуған яҡты һағынғанда йыйылышып, үҙебеҙсә һөйләшеп, шаярып-көлөшөп алабыҙ.

Тағы ла быйыл йәштәр менән йыйылып, Мәскәүҙә үҙебеҙҙең драма түңәрәген асырға булдыҡ. Уның етәксеһе—Мәҙинә Илһамова. Эшебеҙҙе дәртле генә башлап ебәрҙек һәм уҙған йыл май айында «Әсә хөкөмө» тип аталған тәүге премьерабыҙҙы тамашасыларыбыҙға тәҡдим иттек. Был спектакль беҙгә тыныс тормош бүләк иткән ҡәҙерле ветерандарыбыҙға, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған ине. Төрлө һөнәрле йәштәр сәхнәгә тәү тапҡыр сығыуына ҡарамаҫтан, спектакль уңышлы үтте.

_dAY9_ETa2o

 

Бөгөнгө йәштәр ниндәй булырға тейеш?
Замана йәштәре әүҙем булырға тейеш, тип уйлайым. Бөгөнгө технологияларҙы яҡшылап үҙләштерһендәр, һәр яҡлап үҫешер кәрәк. Етмеш төрлө һөнәргә эйә булыу ҙа ҡамасауламай.

Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһең?
Әлегә уҡыуымды тамамлап, ҡулыма диплом алып, эшкә урынлашыу—төп маҡсатым. Тағы киноға төшөп, яңы үрҙәр яуларға ла хыялланам. Һәм, әлбиттә, башҡорт ҡыҙы менән бәхетле ғаилә ҡороу.

Йәштәргә ниндәй теләктәрең булыр?
Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай, үҙегеҙгә оҡшаған һөнәр менән шөғөлләнегеҙ. Көлгә күмһәләр, көлөп сығығыҙ, балсыҡҡа батырһалар, балҡып сығығыҙ! Иртәнсәк торғас, Аллаһы Тәғәләгә яңы көн өсөн рәхмәтле булып йәшәгеҙ.

Подписаться Гульфира Исхакова:

Подробнее об авторе смотрите в разделе меню "авторы"

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.