Лилиә Абдрахманова: «Хыялдарың артынан ҡалма!»

Америкала йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тураһында күп яҙабыҙ. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙең геройы ла – ошо илдә юриспруденция өлкәһендә эшләүсе Лилиә исемле ҡыҙ. Нилектән бындай һөнәр һайлауы, башлыса инглиз телендәге эштең һәм тормоштоң ҡыйынлыҡтары, Рәсәйҙән АҠШ-ҡа күскәндән һуң тормошонда нимәләр үҙгәреүе – ул беҙгә ошолар тураһында ентекле итеп һөйләне.

iYRva2czT9oЛИЛИӘ АБДРАХМАНОВА.
Йәшәй: АҠШ, Нью-Йорк.
Тыуған урыны: Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Белеме: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты, Нью-Йорк Ҡала университетындағы (City University of New York) Джон Джей исемендәге енәйәт хоҡуғы колледжы (John Jay College of Criminal Justice) (суд-финанс анализы).
Яратҡан китабы: Emily Bronte – «Wuthering Heights», «Преступление и наказание» – Федор Достоевский.
Иң яҡшы ял итеү урыны: Майами, Лас-Вегас, тыуған йорто.
Йәшәү позицияһы: «Нимә генә булмаһын – ул яҡшыға».
Тормош ораны: «Хыялдарың артынан ҡалма, уларға тормошҡа ашыу мөмкинлеге бар!»

 

Лилиә, һин ҡасандан бирле Нью-Йоркта йәшәйһең? Нимә менән шөғөлләнәheң?
Америкаға 2008 йылдың июлендә, университетты тамамлағас уҡ күстем. Әле Джон Джей колледжы студентымын һәм юридик фирмала адвокат ярҙамсыһы – паралигал булып эшләйем. Беҙгә бар донъянан мөрәжәғәт итәләр, эш ваҡыты бик тығыҙ. Ләкин һөнәремде яратам, клиенттарымдың уңыштарына һөйөнәм. Маҡтау һүҙҙәрен ишетһәм дә шатланам.

Америкала йәшәй башлағас, тәүге тәҫьораттар ниндәй булды?
Башта миңә бындағы бөтә нәмә – биналар, урамдар бик ҙур һымаҡ тойолдо. Үҙем йәшәгән Бруклин районында аҙашыуҙан ҡурҡтым. Бар ерҙә торған кондиционерҙар миңә сәйер ине. Шулай ҙа бер аҙҙан уларына ла өйрәндем – тыштағы эҫенән һалҡынса, еләҫ бинаға инһәң, бик рәхәт.

Сит илдә ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килде? Уларҙы нисек еңеп сығаһың?
Тыуған илеңдә йәшәгәндә Америка алыҫтағы әкиәт иле һымаҡ күҙ алдына килә. Ысынбарлыҡта улай түгел: тормошоң элеккесә дауам итә. Бары тик йәшәгән урын ғына икенсе. “Үҙ-үҙеңдән ҡаса алмаҫһың” тигән әйтем дә бар бит. Бында мөмкинлектәр икенсе, проблемалар ҙа етерлек. Тәүҙә тел кәртәһе бар ине, кешеләр менән һөйләшеүҙән ҡурҡтым. Берәй нәмә һораһалар, йылмайып, “yes” тип кенә яуап ҡайтара инем. Был ситтән бик мәрәкә күренгәндер. Мәшәҡәт-фәлән килеп сыҡһа, барыһын да үҙеңә эшләргә тура килә. Проблемаларҙан ҡасып, туғандарым миңә ярҙам итер тип, автобусҡа ултырып, тыуған өйгә ҡайтып китеп булмай. Яңыраҡ әхирәтем дуҫ ҡыҙҙарын тик бер генә мәсьәлә – нисек итеп уңышлы кейәүгә сығыу борсоуы тураһында әйтте. Америкала был проблема сүп кеүек тойола, уның тураһында уйларға ваҡыт та юҡ. “Ҡарт ҡыҙ” тигән төшөнсә бөтөнләй ҡулланылмай. Кешеләр карьера эшләгәс кенә ғаилә ҡора. Минең бар ҡайғы-шатлығымды әсәйем уртаҡлаша. Алыҫ араларҙы “скайп” видеоэлемтәһе яҡынайта.

Лилиә, сит илгә күскәс, күңелеңдә нимәләр үҙгәрҙе?
Үҙаллылыҡҡа өйрәндем һәм олоғайҙым. Ғаиләмде нығыраҡ ҡәҙерләй башланым. Ата-әсәһе, туғандары менән көн дә йәки ай һайын күрешә алыусыларға ныҡ көнләшәм.

Америка халҡы Рәсәйҙә йәшәүселәрҙән, башҡорттарҙан нимәһе менән айырыла?
Уларҙың менталитеты бөтөнләй икенсе. Рәсәйҙә йәшәүселәр университетта уҡығанда, әгәр ҙә тәнәфескә саҡырып, ҡыңғырау яңғыраһа, шунда уҡ сыҡмай. Улар профессорҙың, дәрес тамамланды, сығығыҙ, тигәнен көтә. Ә бына американдар, ваҡыт етһә, дәррәү урындарынан тора һәм сыға. Эштә лә шулай: улар бер ҡасан да һуңға ҡалмай. Әгәр ҙә үҙ ваҡытынан өҫтәмә эшләргә тура килһә, “overtime” түләүҙе талап итәләр. Америка кешеләре һәр ваҡыт йылмая. Йылмайыу – ул һине күрһәткән билдә. Бөтәһе лә изгелек теләргә ашыға, ләкин ихласлыҡтары етмәй.

Лилиә, уңышҡа өлгәшер өсөн диплом алыу мотлаҡмы?
Әгәр ҙә яҡшы эшкә урынлашырға теләйһең икән, белем алыу бик мөһим. Уҡыған ер ҙә ҙур роль уйнай. Шулай ҙа даланлы икәнһең, тимәк, уңышҡа өлгәшеп була. Танышлыҡтар ҙа файҙа килтерә.

Рәсәйҙә ҡалған яҡындарың, туғандарың, дуҫтарыңды һағынаһыңмы?
Ныҡ һағынам! Ҡайһы берҙә, бар нәмәне ташлап, өйгә ҡайтҡы килә. Яҡындарым тураһында уйланып, йоҡлай алмай ятҡан саҡтар ҙа була.

Башҡортостанға йыш ҡайтаһыңмы?
Тәүге алты йылда төрлө сәбәп арҡаһында бер тапҡыр ҙа ҡайтманым. Ҡайтам, тип вәғәҙә итәм, әммә килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Дуҫтарым хатта мин әйткәнде ысынға ҡабул итмәй башланы.

Сит илдә уҡыр, йәшәр өсөн ниндәй һыҙаттарға эйә булырға кәрәк?
Түҙемле булырға һәм стресҡа бирешмәҫкә өйрәнеү мотлаҡ. Өс-дүрт йыл йәшәп тә, бындағы шарттарға сыҙамай, ҡул һелтәп, Рәсәйгә кире ҡайтып китеүселәрҙе беләм. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылырға кәрәк, бер урында тапанырға ярамай. Шулай уҡ аныҡ ҡына кәңәш тә әйтә алмайым. Теге йәки был хәл-ваҡиғала үҙ-үҙеңде нисек тотоуыңды алдан белеп булмай, уға үҙеңә юлығырға кәрәк.

9lvuWLbGLB8

Ниндәй телдәрҙе беләһең?
Башҡорт, рус, инглиз. Испанса ла өйрәнгем килә, беҙҙең фирмала барыһы ла ошо телдә һөйләшә. Ул шулай уҡ икенсе дәүләт теле лә булып тора.

Лилиә, ә бына ситтә үҙеңдең телеңде һаҡлап буламы? Бында мәҙәни һәм традициялар яғынан нимәләр етмәй?
Әсәйем йәки туғандарым менән телефон һәм скайп аша аралашҡанда башҡортса һөйләшергә тырышам. Минең менән бергә бында Өфөлә тыуып үҫкән ике әхирәтем йәшәй. Бер кем дә аңламаһын өсөн өсәүләшеп башҡортса аралашҡаныбыҙ бар. Русса һөйләшкән кешеләр бында байтаҡ. Өфөлә йәшәгәндә концерттарға күп йөрөй торғайным, хәҙер бына шуларҙы ныҡ һағынам. Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәренә йөрөгәнде йыш иҫләйем. Америкала күрһәтелгән broadway shows тамашаларына барғаным бар, ләкин улар ныҡ яһалма, оҡшаманы. Нимәһе ҡыҙыҡ – йыл да төрлө штатта һабантуйҙар үтә. Уларға Америкала йәшәүсе башҡорттар һәм татарҙар йыйыла. Элекке йыл Вашингтонда үткәненә йырсы Айҙар Ғәлимов килгәйне. Үкенескә күрә, мин унда була алманым. Былтыр Нью-Йоркта үткән һабантуй ға әхирәттәрем менән барҙыҡ. Башҡорт халҡының милли ашамлыҡтарын әҙерләп алып барҙыҡ.

Үҙеңә үрнәк булған геройҙар бармы?
Әсәйем – бына ул төп геройым. Ғаиләлә мин – иң өлкәне. Миңә биш йәш тулғанда атайыбыҙ мәрхүм булып ҡалды, әсәйем өс бәләкәй бала менән яңғыҙы тороп ҡалды. Шөкөр, ауырлыҡтарға бирешмәне, барыбыҙҙы ла уҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы. Әле лә ярҙамынан ҡалдырмай. Мин уны ныҡ ҡәҙерләйем һәм яратам.

Киләсәктә үҙеңде ҡайҙа күрәһең? Ҡайһы илдә йәки ҡалала?
Әлеге ваҡытта үҙемде Америкала күрәм, киләсәктә икенсе штатҡа күсеүем дә ихтимал. Шулай ҙа бер кем дә иртәгә нимә булырын белмәй. Бөтәһенең лә ҡапыл ғына үҙгәреүе мөмкин.

Лилиә, үҙеңдең тыуып үҫкән урының, тамырҙарың тураһында һөйләп үтһәңсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫтем. Әсәйем Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан. Атайым Мәскәүҙә тыуған, ҡар- татай-ҡартәсәйем Ғафури районынан булғас, Стәрлетамаҡта үҫкән.

Яратҡан шөғөлдәрең ниндәй?
Сәйәхәт итергә яратам. Киләсәктә быға мөмкинлектәр күберәк булыр, тип ышанам.

Тормош маҡсаттарың hәм хыялдарың?
Колледжды тамамлағас, юридик факультетҡа уҡырға барырға иҫәп тотам. Әсәйемдең янымда йәшәүен теләйем. Минең өсөн иң мөһиме – яҡындарымдың, туғандарымдың иҫән-һау булыуы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.