Равиль Итикеев: «Башлағанһың икән, еңеп сыҡ!»

8dp_SY4EzHUРАВИЛЬ ИТИКЕЕВ.

Йәшәгән урыны: Чехия, Прага.
Йәше: 20.
Белеме: Vysokб ҡkola chemickotechnologickб v Praze (Прагалағы химия-технология университеты, «Химия һәм нефть-газ технологияһы» һөнәре, 2-се курс).
Яратҡан китабы: М. Шолоховтың «Судьба человека».
Тормошҡа ҡарашы: «Башлағанһың икән – еңеп сыҡ!».

Равиль, сит илдә белем алыуға нимә этәрҙе?
Бала саҡтан уҡ килгән был хыял тәүҙә тормошҡа ашмаҫтай тойолдо. Яҙмыш һынауы буйынса 11-се класты тамамлағанда рус теле буйынса БДИ-ны тапшыра алмай ҡалдым. Һөҙөмтәлә аттестат алманым, Рәсәйҙәге юғары уҡыу йортона инеп булманы. Ул мәлдә атай-әсәйем менән бергә апелляцияға ғариза бирҙек. Ләкин беҙгә рус теле төп предмет һәм уны тик киләһе йылда ғына яңынан тапшырырға мөмкин, тип аңлаттылар. Һәр кешенең тормошта берәй нәмәне һайлау мөмкинлеге бирелә, тик уны дөрөҫ итеп уйларға кәрәк – ул мәлгә 18 йәш тулғас, миңә йә әрмегә китергә, йәки киләһе йылды көтөргә ҡала ине. Тик әсәйемдең Өфөлә булғанда мәктәпте Чехияла тамамларға һәм унда юғары уҡыу йортона инергә мөмкин тигән рекламаны күреп ҡалыуы тормошомдо үҙгәртте. Беҙ күрһәтелгән телефонға шылтыраттыҡ һәм уҡыу өсөн нимәләр кәрәклеге тураһында белештек. Барыбер бер нәмә лә юғалтмайбыҙ тип, үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Класташтарым үҙҙәренең БДИ һөҙөмтәләре менән артабан уҡырға ингән мәлдә, йәй буйы чех телен өйрәндем. Тәүҙә ҡыйын ине, аҙаҡтан ҡыҙыҡһыныу еңде. Бер йыл буйы Прага ҡалаһында мәктәптә уҡыным. Йәйгеһен Рәсәйгә ҡайтып, рус теле буйынса БДИ тапшырҙым. Аттестат алғас, артабан да Чехияла уҡыр ға ҡарар ҡабул иттем.

Әлеге ваҡытта һин ниндәй юғары уҡыу йорто студенты һәм һөнәреңде лә әйтеп үтһәң?
Прага ҡалаһының химия-технология университетында «Химия һәм нефть-газ технологияһы» һөнәре буйынса 2-се курста уҡыйым.

Был һөнәрҙе һайлауың менән ҡәнәғәтһеңме?
Эйе, уҡыуы ауыр булһа ла буласаҡ һөнәрем бик оҡшай. Бында, Рәсәйҙәге һымаҡ, уҡыу йылы ике семестрға бүленә. Беренсе-икенсе курста студенттарға дүрт аҙна һайын тест һәм зачеттар үткәрелә. Ошо сәбәпле, һәр ваҡыт әҙерләнергә
һәм дәрестәрҙе ҡалдырмаҫҡа кәрәк.

Бакалавриаттан һуң уҡырға теләгең юҡмы?
Тәүҙә бакалавриат һәм магистратураны тамамларға иҫәп тотам. Аҙаҡтан аспирантурала белем алырға ине.

Чехия – сит ил, тел һәм менталитет та икенсе. Өйрәнеп китеүе ҡыйын булманымы?
Европала йәшәү кимәле яҡшыраҡ һәм Рәсәйҙән һуң уға өйрәнеп китеүе еңелгә тура килә. Ике ай эсендә чех телен яҡшы өйрәндем. Көнсығыш Европа ҡиммәттәрен алған был илдең менталитеты үҙенсәлекле булһа ла, быға әһәмиәт бирмәйем. Бары тик шуны әйтә алам: кешеләрҙең берҙәм, рухи ҡиммәттәргә ынтылыуы һәм яңырыр ға тырышыуы менән Рәсәй менталитеты яҡшыраҡ.

Ситтә йәшәп, нимәгә өйрәндең?
Үҙаллы һәм толерантлы булырға.

Һин башҡорт мәктәбен тамамлағанһың. Был хәҙерге уҡыуыңа йоғонто яһаймы?
Эйе, мәктәптә уҡып, база белеме алдым. Рәсәй мәктәптәре һәр ваҡыт яҡшы уҡытыуы менән дан тотто. Айырып әйткәндә, бер нисә телде белеү, уларҙың һүҙҙәрен һәм мәғәнәһен сағыштырыу уй-фекерләү ҡеүәһен арттыра, тикшереү предметын тәрәнерәк аңларға ярҙам итә.

Тормошта осраған кешеләрҙең кемеһенә һин рәхмәтлеһең? Алдан әйткән хәлгә ҡарата һәм ғөмүмән әйткәндә лә.
Әсәйемә. Ул минең өсөн күп тырышты һәм уның ышанысын аҡларға теләйем. Дуҫтарымды ла айырып әйтке килә. Улар ҡыйын мәлдә ауырлыҡтарҙы онотоп торорға мөмкинлек бирҙе. Химия уҡытыусыһы Зиләрә Вара ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. БДИ тапшыра алмаған мәлдә ул миңә һәм ғаиләмә бик ныҡ ярҙам итте.

Мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәрең бар?
Илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында ғына туҡталып ҡалмаҫҡа, сит илдәрҙекен дә ҡарарға кәрәк. Һәр сығарылыш
уҡыусыһына үҙенә артабан да кәрәге тейәсәк күңел торошон, психологияны булдырыу мөһим. «Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты», «Бер ҡасан да һуң түгел» тиһәләр ҙә, минеңсә, йәш саҡта барыһын да һынарға, күрергә, мөкинлектәрҙе файҙаланырға
кәрәк.

RjL_HlgL50Y

Кешеләрҙең ниндәй сифаттары һиңә оҡшай?
Йомартлыҡ, намыҫлылыҡ, ихласлыҡ.

Тыуған яғыңды һағынаһыңмы?
Минеңсә, ситтә булған һәр кеше үҙенең тыуған яғын һағыналыр. Прагалағы тәүге көндәрҙә бындағы тормош айышына  өйрәнеүе ауыр булды. Өҙлөкһөҙ ҡайтҡы килде, үҙемә, хатта, ни өсөн мин бында тигән һорау ҙа бирҙем. Шулай ҙа был ҡалаға һәм илгә яйлап өйрәндем. Прага икенсе йортома әйләнеп бара. Чехтар Рәсәй кешеләренә ихтирам менән ҡарай.

Үҙеңде киләсәктә кем тип күрәһең?
Мин күрәҙәсе түгел, киләсәктә кем булырымды теүәл әйтә алмайым. Тормош көндән-көн үҙгәрә, кешеләр һайлаған һөнәрҙәрҙең дә бәғзеләре юҡҡа сыға, яңылары барлыҡҡа килә. Беҙгә ошо үҙгәрештәргә яраҡлашырға кәрәк. Шул уҡ
ваҡытта үҙеңдең өҫтөңдә эшләргә онотмау ҙа мөһим. Тормошта үҙ юлын табыу кешенең төп бурысы булып тора.

Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.