Һуңғы йылдарҙа алдынғы ҡарашлы сағыу шәхестәр генә түгел, ә бөтә яҡтан да уңған, шәп, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр арта бара. Илфат һәм Айгөл Такаловтарҙың ғаиләһе лә бик күптәр өсөн өлгө булып тора. Һәр яҡлап та талантлы, эшлекле, тырыш ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр, үҙ быуынын белеп үҫә. Балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, татыу һәм бәхетле ғаилә серҙәре тураһында беҙ «Әсә» фильмында ҡатнашҡан игеҙәктәр Айгиз һәм Нургиз, оҫта бейеүсе һәм спорстмен Алмаз, бәләкәс Рушананың әсәһе Айгөл апай Такалова менән серләштек.
Айгөл апай, үҙегеҙ һәм ғаиләгеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле. Кем нимә менән шөғөлләнә?
Тормош иптәшем Илфат Илъяс улы Йылайырҙағы Һаҡлыҡ банкыһы булексәһе етәксеһе, мин Йылайыр районы ЗАГС-ында белгес булып эшләйем. Икебеҙ ҙә спортты, мәҙәниәт донъяһын уҙ иткәнбеҙ. 4 бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Алмаз быйыл Р.Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай, игеҙәктәр Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 7-се синыфын тамамланылар. Ҡыҙыбыҙ Рушанаға 4 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.
Һеҙҙең ғаиләгеҙ бик ижади һәм актив. Ниндәй конкурстарҙа ҡатнашып, ниндәй уңыштарға өлгәшергә насип булды?
Бер конкурстан да ситтә ятып ҡалмайбыҙ. Республикала “Йәш ғаилә”,” Байыҡ” конкурстарында, “Атай, әсәй һәм мин — спорт ғаиләһе” ярыштарында күп тапҡырҙар ҡатнаштыҡ. 2007 йылда “Йәш ғаилә” конкурсында Гран-при, 2014 йыл ”Байыҡ” конкурсында 2-се урын яуланыҡ, 2009 йылда Алмаз «Байыҡ» республика балалар конкурсында 1-се урын, “Атай, әсәй һәм мин- спорт ғаиләһе”ндә 3-сө урын һәм башҡалар. Был конкурстарға районда еңгәндан һуң барҙыҡ.
«Йәш ғаилә» конкурсында ҡатнашып Гран-при алыуығыҙ бик ҡыуаныслы.
“Был конкурста 2 тапҡыр ҡатнаштыҡ. 2000 йылда Алмазға 3 кенә йәш ине, иптәшем интервью биргәндә, «Алла бирһә, ҡыҙыбыҙ тыуһа, тағы ла килеп, еңеп ҡайтасаҡбыҙ», тигәйне. Ҡыҙ тигәнебеҙ ике игеҙәк малай булды ла ҡуйҙы. 2007 йыл барып, Гран-при алып ҡайттыҡ. Һүҙебеҙҙә торҙоҡ. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, «Байыҡҡа» барырға булдыҡ.
Тормошоғоҙҙа бейеү ниндәй урын биләй?
Бейеү бөтәбеҙ өсөн дә хобби. Малайҙар бөтәһе лә бейеү буйынса музыка мәктәбен бөттөләр, 3 йәштән бейейҙәр.
Ғаиләгеҙҙең ижади һәләттәре ҡайҙан килә?
Ижади һәләт минең яҡтан бирелгән. Атайым Фәрит Яманғолов талантлы бейеусе ине (мәрхум). Әсәйем Сәлимә Яманғолова ла сәнғәт кешеһе. Балаларҙа спортҡа һөйөү аталарынан бирелгән. Ул — көслө спортсмен, кикбоксинг буйынса чемпион.
Игеҙәк улдарығыҙ Айгиз һәм Нургиз Айнур Асҡаров төшөргән “Әсә” фильмында ҡатнашып тамашасаларҙың күңелен яуланы. Хәҙер уларҙы республикала ғына түгел, ә илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә беләләр, яраталар. Ә кастингҡа кем беренсе булып барырға теләк белдерҙе?
«Әсә» фильмына кастингты ишеткәс: «Әйҙә барып ҡарайыҡ, бөтә яҡтан да тап килеп тораһығыҙ», — тинем. Талап буйынса башҡорт телен белергә, 7-12 йәш тирәһендә, көнсығыш йөҙлө булырға кәрәк ине. Сибайға алып барҙыҡ. Игеҙәктәр бик күп килгән, Әбйәлилдән генә 7 пар ине. 1 июлдән һуң шылтыратып, беҙҙең игеҙәктәр үтеүен әйттеләр. Бик барғылары килмәне, әммә барып, коллектив менән танышҡас, оҡшап ҡалды. Барыһы менән дә дуҫлашып киттеләр. «Ярай әле барғанбыҙ», — тип ҡайттылар.
Малайҙарға киноға төшөү ниндәй тәъҫораттар ҡалдырҙы? Ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде? Фильмға төшөү оҡшаны, «әсәй, актер һөнәре бик ауыр профессия икән», тейҙәр. Төндә лә, таңға ла уятып төшөрөүҙәре, 40-45 градус эҫелә лә төшөү ауыр булды, тейҙәр. Айнур ағалары спорт менән дуҫ булғас бик ауыр шарттарға бик түҙемле тейҙәр.
Нургиз менән Айгиз кешеләр араһындағы бидәлелекте нисек ҡабул иттеләр? Малайҙарға һәр ваҡыт талашып йөрөп фильмға төшөүе ҡыйын булғандыр? Ғөмүмән, улар бер-береһенә ниндәй ҡарашта?
Билдәлелекте тыныс ҡабул итәләр, бик иҫтәре китеп бармай. Бала саҡтан сәхнәлә өйрәнеп бөткәндәр, шуға күрә шулай булырға тейеш, тип ҡабул итәләр. Бер-береһе менән бик дуҫтар. Мәктәптән ҡайтҡас ҡосаҡлашып, аунашып, ҡытыҡлашып ятып алалар, бер-береһен һағынышып ҡайталарҙыр инде. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар, яттарға йәберләтергә бирмәйәсәктәр.
Малайҙарҙы ғаиләгеҙҙә, мәктәптә бутамайҙармы? Ҡыҙыҡ хәлдәр булғаны бармы?
Ҡыҙыҡ хәлдәр булып тора инде ул. Тауыштарынан айырмайбыҙ, шылтыратһаҡ, «һин кемеһе әле?», тип һорап алабыҙ. Арттары менән торһалар ҙа айырып булмай, «әйлән әле», тибеҙ. Мәктәптә күп уҡытыусылар бутай, береһе яуап бирһә, икенсеһе көндәлеген алып сығып биргән осраҡтар ҙа була. Береһе өсөн икенсеһе яуап биргән осраҡтар ҙа булғылай. Курше-күлән айырмай.
Балаларығыҙ киләсәктә кем булырға хыялланалар? Ҙур улығыҙ Алмаз быйыл 11-се синыфты тамамлай бит инде.
Бала саҡтан бейеү, спорт, хобби, тормошта бик кәрәк буласаҡ тип өйрәтә килдек. Айгиз менән Нургиз уйлай әле. Алмаз ныҡ шәп бейей, көслө спортсмен да, әммә ләкин инженер һөнәрен һайларға уйлай, нисек килеп сығыр…
Айгөл апай, һеҙҙең ғаилә өлгөлөләрҙән һанала. Татыу ғаилә серҙәре менән бүлешеп китһәгеҙсе?
«Алма ағасынан алыҫ төшмәй», ти халыҡ. Татыулыҡ серҙәре ғаиләнән киләлер, тип уйлайым. Илфат бик матур ғаиләлә тәрбиә алған. Ҡайным да, бейемем дә бик яҡшы, ипле, юғары белемле кешеләр. Ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы булырға өйрәткәндәр. Илфат та ғаиләһен ҡарай, ҡурсалай, балаларҙы эшкә өйрәтә, ҡуша алып йөрөй. Тайфур Сәғитов әйтмешләй, «Ғаилә – гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә…» Шуның өсөн ғаиләне һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк. Барына шөкөр итеп, риза булып йәшәргә кәрәк.
Хәҙерге компьютер, интернет заманында нисек итеп балаларҙа сәнғәткә, спортҡа һөйөү тәрбиәләргә? Һеҙҙең ғаиләлә был мәсьәлә нисек хәл ителә?
Ауылда эш күп бит, компьютерҙа ултырырға ваҡыттары ла ҡалмай. Әлеге көндә утын яралар, баҡса ултыртабыҙ, картуф сәсәбеҙ. Ҡош-ҡорт алабыҙ, уларҙы ла балалар ҡарай. Беҙ — хөкүмәт кешеләре, көнө буйы эштәбеҙ. Спортзалға йөрөү улар өсөн ғәҙәткә кергән, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итәләр. Аталары шулай өйрәткән.
Һеҙҙең ғаиләлә атай һәм әсәйҙең тәрбиәһе нимә менән айырыла?
Мин шелтәләгәндә аталары ҡыҫтырылмай, яҡламай һәм киреһенсә. Ни өсөн ярамағанын аңлатабыҙ. Малайҙарға «атайығыҙ нимә тип әйтер, унан һорағыҙ» тип әйтәм. Ҡыҙыбыҙ иркә генә инде. Матур итеп тәрбиә бирергә тырышырбыҙ. Ул әсәһенә ҡарап үҫә бит инде. Миңә оҡшаһа, эшлекле булыр, тип уйлайым. Сөнки үҙем хеҙмәт яратам.
Айгөл апай, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нисек балаларҙы рухлы итеп үҫтерергә?
Башҡорт гимназияларында уҡытыу, башҡортса һөйләшеу, башҡорт булып тыуғанға ҡыуаныу, үҙ телеңдән оялмау тойғолары тәрбиәләргә кәрәк. Беҙҙең балаларға ҡартаталары шәжәрәләрен өйрәтә, малайҙар 7 быуынын да белә. Рингҡа сыҡҡанда ла Айгиз менән Нургиз башҡорт буреге кейеп сығалар. “Байыҡ” конкурстарында ҡатнашып йөрөү ҙә рух тәрбиәләй, тип уйлайым. Балаларыбыҙҙың йәштән йыр-моңға маһир, рухи яҡтан да, физик яҡтан да сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ.
«Рингҡа сыҡҡанда», тинегеҙ. Улдарығыҙҙың ошо яҡтары тураһында ла әйтеп китһәгеҙ.
Игеҙәктәр кикбоксинг менән 1 кластан алып шөғөлләнәләр. Айгиз — 3 тапҡыр, Нургиз — 4 тапҡыр Рәсәй, икеһе лә 3 тапҡыр Башҡортостандың чемпиондары исемдәрен яуланылар. Икеһе лә Анапала үткән Донья Кубогының призерҙары. Башҡортостан, Рәсәй ҡалалары буйлап күп йөрөйҙәр.
Һеҙ бергәләп тауыҡ, әтәстәр, ә бәләкәс ҡыҙығыҙ себеш булып килеп сыҡҡан бик ҡыҙыҡлы бейеү ниндәй сарала башҡарылды һәм кем сценарийын уйлап сығарҙы? (бейеүҙе ошо ссылка буйынса ҡарарға мөмкин)
Был бейеү ”Бәхет ҡошсоҡтары” тип атала. Уның идеяһы, режиссеры — минең әсәйем. Бейеусе Динислам Исҡужин ҡуйышты. Беҙ ҡатнашҡан бөтә конкурстарҙың режиссеры — минең әсәйем, ул шулай идеяға бай сәнғәт кешеһе. Характерыбыҙға тура килеп торған, бик уңышлы сценарий килеп сыҡты. 2014 йылдың аҙағында «Байыҡ»ҡа финалға барғанда һәм Йылайырҙарҙың осрашыуында бейенек.
Йәш ғаиләләргә һеҙҙең теләктәрегеҙ?
Йәш ғаиләләргә тырыш, әрһеҙерәк булыуҙарын теләйбеҙ. Ялҡау түгел, өлгөр булһаң — тормош алға бара. «Алма беш, ауыҙыма төш» заманы утте. Киләсәктә тормошҡа яраҡлашып тугел, ә заман уларға яраҡлашып, лидер булып йәшәһендәр!
Добавить комментарий