Гөлнара Ҡаҙаҡбаева: «Балаларыбыҙҙың теле башҡортса асылды. Башҡаса итеү — туған телде кәмһетеү, тип ҡабул итәм»

Гульнара и муж

Гөлнара менән Илсур Мәскәүҙә М.С.Щепкин исемендәге юғары театр институтында актерлыҡ факультетында уҡығанда таныша. Әлеге мәлдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләйҙәр, Фатима һәм Буранбай исемле балалар үҫтерәләр. Бөгөн Илсурҙың тыуған көнө, шуға күрә Гөлнара табын мәшәҡәттәре араһында ғына интервью бирҙе. Мәскәүҙә йәшәп, нисек башҡорт ғаиләһе төҙөй алғандар, балаларын нисек тәрбиәләйҙәр, эш һәм өй мәшәҡәттәрен нисек бүләләр – бының барыһы тураһында ла Гөлнара үҙе һөйләр.

Гульнара2Илсур менән беҙ беренсе курста уҡығанда дуҫлаштыҡ. Ул мине үҙенең һеңлеһе урынына күреп ағайҙарса ҡурсалап йөрөттө, һәр ваҡыт ярҙамсым булды. Педагогтар ҙа, тышҡы ҡиәфәтебеҙ оҡшаш булғанғамы икән, беҙҙе туғандар тип уйлап, йыш ҡына бейеү һәм актер оҫталығы дәрестәрендә парлап ҡуя торғайнылар. Дүртенсе курстың аҙағында беҙ бергә булырға тейешбеҙ, тигән һығымтаға килдек.

Икебеҙ ҙә шул тиклем патриоттар! Балаларыбыҙҙың исемдәрен ишетһәләр, кешеләр ҙә беҙгә: “Һеҙ ысын башҡорттар”, — ти. Үҙем Өфөлә тыуһам да, бала сағым Белорет районы тәбиғәте ҡосағында, Инйәр йылғаһы буйында үтте. Йәй көндәре олатайым һәм өләсәйем тәрбиәһендә булдым.  Иң бейек тауҙарҙан сәтләүек, муйыл йыя, бесәнгә йөрөй торғайным. “Нимәгә кәрәк ул һиңә?” – тиһәләр ҙә, үҙем теләп һыйыр һауырға өйрәндем. Ошондай мөхиттә үҫеп, нисек үҙ туған телемде яратмаҫҡа, ҡәҙерләмәҫкә, балаларыма өйрәтмәҫкә?

Олораҡ йәштәрҙәге апай-ағайҙар Фатима (4 йәш) менән Буранбайға (2 йәш), телдәрен емерә-вата, русса өндәшәләр. Беҙҙең бәләкәстәребеҙ шатырлатып башҡортса яуап бирә. Баланың теле башҡортса асылырға тейеш, тигән фекерҙәбеҙ. Һуңынан ул урыҫ телен дә, инглиз телен дә еңел өйрәнәсәк.

 

Күп ата-әсә балаларына баҡсала, мәктәптә ҡыйын булыр, тиеп, көсләп русса өйрәтә – быны үҙ телеңде кәмһетеү тип ҡабул итәм. Мәскәүҙә уҡыған сағыбыҙҙа ла бер ҡасан да үҙ телебеҙҙән оялып, кеше алдында шым ғына һөйләшеп йөрөмәнек. Киреһенсә, ишеткән кеше “Какой красивый и мелодичный у вас язык!” тиеп һоҡлана ине. Ҡайҙа барһаҡ та, “Мы из Уфы” тиеп түгел, “Мы из Башкортостана!” тип ғорурланып әйтә торғайныҡ.

МСемьяинеңсә, өйҙә балаларың менән ниндәй телдә һөйләшәһең, шул телдә ул фекерләй, уйлай. Башҡорт балалар баҡсаһына, мәктәбенә йөрөтөп тә, өйҙә балаңа “Как дела?” тип  өндәшһәң, нисек башҡорт рухы һеңһен уның ҡанына?

Әлеге ваҡытта Илсур менән икебеҙ ҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләйбеҙ. 2007 йылда Мәскәүҙәге М.С.Щепкин исемендәге юғары театр институтында актер һөнәрен үҙләштерҙек. Илсур ике йылдан һуң Рәсәй театр сәнғәте университеты ГИТИСта режиссерлыҡҡа ситтән тороп уҡып сыҡты.

Хәҙер театрыбыҙҙа режиссер булып эшләй. Икебеҙ ҙә эшебеҙҙе үлеп яратабыҙ.

“Эштә лә, өйҙә лә бергә – нисек бер-берегеҙҙән ялыҡмайһығыҙ?» тип һорағандары бар. Театрҙан сыҡҡас, беҙ икенсе темаға – өй мәшәҡәттәре, яратҡан балаларыбыҙ тураһында һөйләшәбеҙ. Өйҙә беҙ актер һәм режиссер түгел, ә әсәй менән атай, ир менән ҡатын.

Гульнара3Актер һөнәрен һайлаған күбеһенең ата-әсәләре лә актерҙар. Баламды бер ҡасан да театрға алып килмәйем, минең һымаҡ ыҙалап йөрөмәһен, тип әйткәндәренә аптырай торғайным. Ә хәҙер үҙебеҙ ҙә шулайыраҡ уйлай башланыҡ. Күп кеше беҙҙе йырлап-бейеп кенә йөрөй, тиҙер, әммә эшебеҙҙең үҙ нескәлектәре, ауыр яҡтары бар. Әлбиттә, балаларыбыҙға “Һин табип булаһың” тип, үҙ фекеребеҙҙе көсләп таҡмайбыҙ.   Әле уларҙың зирәк саҡтары, барыһын да һеңдереп баралар. Шуға күрә Фатиманы төплө өйрәнһен өсөн инглиз теле дәрестәренә йөрөтәбеҙ. Ниндәй генә һөнәр һайламаһын, телдәрҙе белеү бик тә  кәрәкле буласаҡ.

Буранбай улыбыҙҙың һәр бер ҡыланышы, йылмайыуы, ҡаш аҫтынан хәйләкәр генә ҡарауы – барыһы ла артислыҡҡа тартҡан кеүек. Ҡурайҙа, скрипкала, баянда уйнарға өйрәнергә хыяллана. Беҙҙең юлды һайларға уйлаһа, ҡаршы булмаҫбыҙ, тип уйлайым.

Гульнара с дочерьюСаҡ ҡына буш ваҡытыбыҙ булғанда ҡолонсаҡтарыбыҙҙы циркка, катокка, тауҙан шыуырға алып барабыҙ, йәйгеһен йылға буйына, тәбиғәт ҡосағына еләк йыйырға йөрөйбөҙ.

Йоҡларға ятыр алдынан ҡыҙым менән улым атаһынан әкиәт һөйләтергә ярата. Көн һайын яңы әкиәт һорайҙар. Илсур ысынында булмаған хәлдәрҙе һөйләргә бик яратмай, көн дә әкиәт итеп космос төҙөлөшө, Ер шарының төрлө илдәре, Африка йәнлектәре, океан тураһында һөйләй.

Әйткәндәй, Илсурҙың бөгөн тыуған көнө. Шуға ең һыҙғанып әҙерләнеп йөрөйөм. Тормош иптәшемә донъялағы иң изге теләктәр теләйем. Барыһын да Ғашиҡтар көнө менән ҡотлайым. Яратығыҙ һәм яратылығыҙ!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.