Радмир Муфтахин: «Башҡорт халыҡ көйҙәре башҡа ҡитғаларҙа ла яңғыраһын!»

радмирава

«Башҡорт моңон  үҫтереү, бөгөнгө донъя музыкаһы талаптарына тап килтереү, бөтә Ер шары белерлек һәм аңларлыҡ, яратырлыҡ итеп яңғыратыу – быны мин үҙ бурысым һәм маҡсатым итеп ҡуйҙым», —

ти профессиональ музыкант, башҡорт халык көйҙәрен халыҡ-ара конкурстарҙа акустик гитарала оҫта итеп башҡарған милләтәшебеҙ, “Тюрквижн 2014” төрки йәштәр араһындағы музыкаль конкурста Башҡортостан данын яҡлаған “Заман” этно-проекты етәксеһе Радмир Муфтахин.

 

Радмир Маймонида исемендәге Дәүләт Классик Академияһында уҡыған сағында уҡ халыҡ-ара бәйге һәм фестивалдәрҙә башҡорт халыҡ көйҙәрен акустик гитарала уйнау менән призлы урындар яулай. “Халыҡ көйҙәрен беҙ үҙебеҙ беләбеҙ, яратабыҙ, ләкин уны бит башҡаларға ла ишеттерер кәрәк. Классик музыка профессионалдарына был моңдо еткереү өсөн иң уңайлы ысул – ул классик музыкаль ҡоралдарҙа уйнау. Профессиональ белемем акустик гитара менән бәйле булғас, тап ошо уйын ҡоралында Мәскәү һәм сит ил тамашасыһына милли моңобоҙҙо ишеттерәм. Был үҙ һөҙөмтәләрен бирә – бәйгеләрҙә еңеүем шуны дәлилләй, — ти Радмир үҙе.

Ә күптән түгел Мәскәүҙә уның етәкселегендә “Заман” исемле этно-проект барлыҡҡа килде. Радмирҙың этно-ансамбль тураһында хыялланып йөрөгәненең мин үҙем шаһитымын. Илебеҙҙең баш ҡалаһында юғары музыкаль белем алған яҡташтарыбыҙҙы туплау – ҙур эш. Етмәһә, “Заман“ ансамбле ноябрь аҙағында Ҡазанда уҙған “Turkvision 2014” (Төрквижн 2014) халыҡ-ара бәйгеһендә Башҡортостан данын яҡлап, өсөнсө урын алды! Рухлы, маҡсатлы йәш милләтәшебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

Тыуған ҡалаһы 
Нижневартовск 
Йәшәү урыны 
Мәскәү
Белеме  
Салауат музыкаль колледжы 
Юғары белем  
Мәскәүҙәге Маймонид исемендәге Дәүләт Классика Академияһы  
Ҡаҙаныштары 
Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге классик гитарала уйнаусылар араһында конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, халыҡ-ара композиторҙар лауреаты (башҡорт халыҡ көйҙәренә яңыртмалар менән сығыш яһаған). 

 

РадмирклассикBashkort 2.0. Радмир, «Turkvision» төрки халыҡтар араһындағы музыкаль бәйгелә еңеүегеҙ менән ҡотлайым! Йырығыҙ, гөмүмән, сығышығыҙ тураһында әйтеп үт әле.

Радмир: Рәхмәт, Фатима! Бындай ҙур бәйгелә еңеү – ул  беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ һәм яҡшы башланғыс. Тәү сиратта Өфөлә үткән һайлап алыу турында беҙҙе еңеүсе тип таныған һәм Башҡортостан данын яҡларға форсат биргән жюри ағзаларына рәхмәтемде белдергем килә. Өмөттәрен аҡлағанбыҙҙыр, тип ышанабыҙ.

Сәхнәләге сығышыбыҙға килгәндә, «Turkvision» бәйгеһенә бик ентекле әҙерләндек. Бындай форматтағы халыҡ-ара бәйгеләрҙә иң мөһиме – ул йыр. Ҡулға ҡәләм һәм музыкаль ҡорал алыр алдынан коллективыбыҙ менән һуңғы йылдарҙағы бөтә «Евровидение» видеоларын, былтырғы «Turkvision»-ды ҡарап сыҡтыҡ. Финалға үткән һәм еңеүсе итеп табүнылған ҡатнашыусыларҙың йырҙарын барлап, ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәк икәнен төшөндөк. Шунан ғына йыр яҙырға тотондоҡ. «Turkvision» быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде һәм был бәйгенең маҡсаттарының береһе — «Евровидение» дәрәжәһенә етеү, шуға ла сәхнәләге сығышыбыҙҙың төп концепцияһы – ул Европа музыкаһының талаптарына тап килеүе. Йырыбыҙҙы беҙ башҡорт моңона таянып, конбайышта популяр музыкаль йүнәлештәрҙә (Drum ‘n’ Bass һәм R&B) ижад иттек.

Bashkort 2.0. Ни өсөн тап этно-төркөм булып ойоштоғоҙ?

Радмир: Быны мин ҡан тартыуы менән аңлатам. Һәр беребеҙҙең күңеле милли моңдо үҙ итә, һәр беребеҙ быға тиклем үҙ юлы менән бер үк маҡсатҡа килгәндер. Беҙгә бер-беребеҙҙе табып ойошорға насип булғандыр, күрәһең. Артабан күмәкләп ҙур эштәр башҡарырға дәртебеҙ ташып тора.

Bashkort 2.0. Һеҙ йыш ҡына баш ҡаланың төрлө мәҙәни сараларында ҡатнашаһығыҙ, хәҙер инде ойоштороусылар үҙҙәре саҡыра башланы. Мәскәү тамашасыһы сығыштарығыҙҙы нисек ҡабул итә?Заман5

Радмир: Бер миҫал килтереп үтәм. Күптән түгел “Малайзия мәҙәниәте көндәренең” концерт программаһында сығыш яһарға саҡырғайнылар. Күпте күргән һәм бер ни менән дә аптыратып булмаған Мәскәү тамашасыһы алҡышлап ҡына ултырманы, хатта «Айҙар ғынайым»ды беҙгә ҡушылып йырланы ла. Шул тиклем кинәнес алдыҡ был күренештән.

Бөтә ҡала кимәлендәге “Музыка төнө” сараһында “Заман” этно-ансамбле иң сағыуы тип танылды.

Bashkort 2.0. Мәғлүм булыуынса, этно-музыка сит илдәрҙә ныҡ популяр. Мәҫәлән, тыва халҡының  милли ҡоралдарына ҡушып өзләгән «Хуун-Хуур-Ту» — Рәсәйҙең сит илдәге иң популяр музыкаль төркөмө һанала (улар менән сағыштырмаса тик “Тату” төркөмө генә популярлыҡ алған, тик башҡа музыкаль йүнәлештә). 2006 йылда тыва артистары бөтә донъяла билдәле булған ВВС каналының “World Music Award” (“Бөтә-донъя музыкаль премияһы”) исеменә дәғүә иткән.

Ә Рәсәй кимәлендә этно-музыка шундай популярлыҡҡа эйә була аламы икән, нисек уйлайһың?

Радмир: Рәсәй йәш эстрадаһындағы күренештәр – конбайыш артынан эйәреү, тип уйлайым. “Үҙенең” нимәлер булыуына шикләнәм. Уға нимәлер етмәйҙер, тип һанайым. Шуға күрә лә сифатлы милли музыка менән Рәсәй күләмендә үҙ тамашасыңды табып булырына ышанам.

ЗАМАН3Bashkort 2.0. Төркөмөгөҙҙөң концепцияһы нимәлә? Башҡа музыкаль проекттарҙан нимә менән айырылаһығыҙ?

Радмир: «Zаман» төркөмөнөң маҡсаты шулай – сифатлы музыка барлыҡҡа килтереү. Төп айырмабыҙ – башҡорт халҡының милли үҙенсәлегенә таянып, бөгөнгө көндөң популяр музыкаль йүнәлештерендә ижад итеү. Милли мәҙәниәтебеҙ бик бай һәм уға быуаттар буйы нигеҙ һалынған. Ошо мираҫты үҙләштереү менән генә сикләнеү, уны үҫтермәү –  ата-бабаларыбыҙҙың һалған көсө менән ҡулланыуға, уларҙың һәләтен үҙеңдеке тип әйтеүгә тиң.

Bashkort 2.0. Коллективығыҙ тураһында һөйләп китһәңсе. Һәр берегеҙҙең дөйөм эштә үҙ роле барҙыр, моғайын?

Радмир: Ансамблдең составы бер һүрәттең пазлдары һымаҡ йыйылды. Коллективыбыҙ ағзалары  белеме менән дә, үҙҙәренең шәхси сифаттары буйынса ла профессиональ. Ҡайһы берҙәре менән беҙ күптәнге дуҫтар, ижадташтар, ә ҡайһы берҙәре менән ансамбль формаллашҡанда таныштыҡ. Ысын рух, татыулыҡ һәм дәрт арҡаһында беҙ тиҙ арала ҙур уңыштарға өлгәштек.

Bashkort 2.0. Йыр яҙыу процессын һүрәтләп китһәңсе.

Радмир: Эҫе сәй эсә-эсә коллективыбыҙ менән күмәкләп киләһе йырҙың концепцияһын уйлайбыҙ. Әгәр ҙә башҡорт халыҡ йырына таянабыҙ икән, бер нисә йыр һайлап, уларҙы нисек матур итеп заманлаштырып булыуы тураһында фекер алышабыҙ. Әлфиә исемле йырсыбыҙ килеп сыҡҡан көйҙө диктофонға яҙҙыра. Һуңынан эстафета беҙҙең талантлы композитор һәм профессиональ музыкантыбыҙ Айҙар Хәмзинға бирелә. Ул үҙенең һәләтле ҡулдары менән фортепьянола уйнап, киләсәк композицияға үҙ ҡарашын өҫтәп, үҙе аша үткәреп, музыкаль рәсем төшөрә.

Шунан һуң ғына беҙ ҡулдарыбыҙға музыкаль ҡоралдарҙы алып, репетициялар яһайбыҙ. Ошо мәлдә бүлмәлә ысын ижад итеү процессы бара. Күпме уйҙар, күпме тәҡдимдәр! Сәхнәлә иһә тамашасы ошоларҙың һығымтаһын ғына күрә.

 Беҙгә ярҙам иткән тағы бер кешене әйтеп үтмәй булмай. Әлфиәнең әсәһе Венера Ниғмәтуллина  — һәләтле музыкант һәм белемле филолог. Көйҙәребеҙгә һүҙҙәрҙе ул яҙа.

Bashkort 2.0. Коллективығыҙ ағзалары башҡа урындарҙа уйнаймы?

Радмир: Әлбиттә, беҙҙең ҡыҙҙар-егеттәр профессиональ белемле музыканттар булараҡ, башҡа юҫыҡтарҙа ла үҫешә, икенсе төркөмдәрҙә сығыш яһарға саҡырыла. Ләкин был беҙҙең ижадҡа ҡамасау түгел, ә  киреһенсә, төрлө музыкаль йүнәлештәрҙә үҙеңде һанап ҡарау – фекерләү ҡеүәңде байыта, оҫталыҡ бирә, тимәк, ижад иткән көйҙәр ҙә уңышлыраҡ яңғыраясаҡ. Йырсыбыҙ, мәҫәлән, билдәле  Рәсәй йондоҙҙары менән эшләй, а музыканттарҙың ҡайһы береһе джаз-төркөм составында сығыш яһай.

РадмирпозитивМИНИОТЮРАBashkort 2.0. Күбеһе билдәле ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашевтың Мәскәү сәхнәһендә Николай Носков, «Чайф» төркөмө, Пелагея кеүек Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары менән бергә сығыш яһағанын телевизорҙан күргәндер. Ә һеҙ кем менән дуэт эшләргә хыялланаһығыҙ?

Радмир: Бөгөнгө көндә беҙҙең тәү бурысыбыҙ – ул үҙебеҙҙең тулы репертуарҙы булдырыу. Әлбиттә, беҙ төрлө тәҡдимдәргә ҡарата һәр саҡ асыҡ. Иң мөһиме, сығыш гармониялы булһын. Маҡсаттарыбыҙ ҙур инде ул! Алла бирһә, тиҙҙән барыһын да үҙегеҙ күрерһегеҙ!

Bashkort 2.0. Ә беҙ коллективҡа тик уңыштар теләп ҡалабыҙ. «Заман» төркөмөнөң  ошондай көслө лидеры булғанда маҡсаттары мотлаҡ бойомға ашыуына ышанабыҙ. «Turkvision-2014» бәйгеһе финалында егерме бер ил араһында Башҡортостандың 3-сө урын алыуы  — оло еңеү, милли моңобоҙҙоң байлығына, матурлығына тағы бер ишара ул.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.